Геройҙар дәүере
14 Февраля 2024, 03:00

Яу яланында танышҡандар

Был хәрби кейемде өсөнсө тапҡыр кейҙем. Быныһын инде үҙ теләгем менән булды...

Яу яланында танышҡандарЯу яланында танышҡандар
Яу яланында танышҡандар

Махсус хәрби операцияға киткәндәрҙе оҙатып, ялға ҡайтҡандарын ҡаршы алып йөрөй торғас, ҡайһы берҙәре менән яҡын таныштар ҙа булып киттек. Благовар районынан “Шеф” позывнойлы ашнаҡсы булып хеҙмәт иткән ҡатын менән дә шулай оҙатыу сараһында танышҡайныҡ.

Был юлы уны ялға ҡайтҡанында күрергә насип итте. Ул яңғыҙы түгел ине – иптәше менән бергә ҡайтҡандар. Һөйләшә торғас, ағайҙың Белорет районының Асы ауылынан булыуы асыҡланды, “Асы” позывнойын алған.

– Былтыр майҙа үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияһына юлландым. Өс ай Һамар өлкәһендә әҙерлек үттек, август аҙағында алғы һыҙыҡҡа сыҡтыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, 2014 йылда Украинала ошо сыуалыш башланғанда уҡ уйланып йөрөнөм, сөнки мин Совет армияһында Алыҫ Көнсығышта водитель булып хеҙмәт иттем.

Армиянан ҡайтҡас, эске эштәр органдарына эшкә индем. Унда 20 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Был хәрби кейемде өсөнсө тапҡыр кейҙем. Быныһын инде үҙ теләгем менән булды, – тип һөйләп китте яҡташ.

Ул медицина ротаһында санитар-водитель булып хеҙмәт итә, яралы яугирҙәрҙе ташый. Яугиргә 56 йәш.

– Төрлө ваҡыттар була. Махсус хәрби операцияға барғаныма үкенмәйем. Беренсе көндән үк Тыуған илде һаҡлау маҡсатын ҡуйҙым. Өфөлә ҡыҙым йәшәй, ул мине көтә, – тине ул.

Яугир һөйләүенсә, яҡташтар, туғандар менән һөйләшеп торалар. “Ваҡыты тура килгәндә яҡташтар менән осрашабыҙ, хеҙмәт ваҡытында күрешергә тура килә, уйламағанда ла юлдар киҫелешә. Махсус рәүештә бер-береңде эҙләп йөрөп булмай, ваҡыт юҡ. Унда иптәштәрҙе эҙләргә бармағанбыҙ ҙа ине”, – тине ул.

“Асы” белдереүенсә, бында егеттәр үҙ-ара татыу, маҡсатҡа өлгәшергә тырыша.

– Һуғыш һуғыш инде, еңелдән түгел, төрлө ваҡыттар була. Унда булғандарҙың бөтәһенең дә бер теләк: махсус хәрби операцияны тиҙерәк тамамлап, еңеү менән ҡайтыу. Еңеүгә өмөт ҙур, Рәсәй армияһы көслө, бергәләп еңербеҙ, тип уйлайым.

Башҡортостан Башлығы беҙгә ныҡ ярҙам итә. Аҙыҡ-түлеккә лә, кейемгә лә мохтажлыҡ юҡ – һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеп торалар. Унда бөтә нәмәгә ризабыҙ, – тине ул.

Яугир белдереүенсә, Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһында бик яҡшы табиптар, медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Улар, көндө төнгә ялғап, яралыларҙы аяҡҡа баҫтырыу өҫтөндә ныҡ тырыша.

“Мин уларға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем. Төрлө хәлдәге яралылар килтерелә, снаряд бит, “һиңә – әҙерәк тейәм, һиңә – нығыраҡ тейәм” тип һорап тормай. Һалдаттарҙы аяҡҡа баҫтырыуға табиптар ҙур көс һала. Улар афарин!” – тине “Асы”.

Ял ваҡыты һәйбәт үтте, тип белдерҙе ул. Ун көн эсендә туғандарының хәлен белергә лә өлгөргән, уларҙы яу яланында табышҡан тормош иптәше менән таныштырған.

Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла осрашҡан “Шеф” менән “Асы” хәҙер бер-береһенә терәк-таяныс булып, ихлас хеҙмәт итә. 

“Мин унда барғас, икенсе яртымды осраттым. Хәҙер бергәләп хеҙмәт итәбеҙ. Донъя теүәл, еңелерәк тә, бер-беребеҙҙе ҡарап йөрөтәбеҙ, ярҙам итәбеҙ”, – тине “Асы”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас