Геройҙар дәүере
15 Февраль 2024, 07:30

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды

Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулдыСовет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды

15 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 35 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе локаль хәрби низағтарҙа һәләк булған Башҡортостан кешеләре хөрмәтенә “Ҡайғырыусы әсә” мемориалына сәскә һалды.

Тантанала республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, дәүләт власы органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ветерандар ойошмалары һәм йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм сарала ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фото: glavarb.ru

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулды
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас