Геройҙар дәүере
16 Февраль 2024, 13:30

Баянда ла өҙҙөрәләр, автоматты ла һүтеп-йыялар

Илештә ошондай һәләтле шайморатовсылар менән таныштыҡ  

Баянда ла өҙҙөрәләр, автоматты ла һүтеп-йыяларБаянда ла өҙҙөрәләр, автоматты ла һүтеп-йыялар
Баянда ла өҙҙөрәләр, автоматты ла һүтеп-йыялар

 Йәш быуындың һәләтлегенә таң ҡалырлыҡ. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 1-се гимназияла 6А класында белем алыусы  шайморатовсылар менән күрешеүҙән дә матур тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.  

Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класс был гимназияла 2022 йылда барлыҡҡа килә. Унда 26 ҡыҙ һәм малай белем ала. Класс етәкселәре Светлана Фәйзрахманова әйтеүенсә,  шаймортовсылар  төрлө яҡлап үҫешкән, бик берҙәм класс.  Сәнғәт мәктәбенә, спорт түңәрәктәренә лә йөрөргә өлгөрәләр, төрлө патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, конкурстарҙа ла урындар яулайҙар.

Оҫта баянсы Вадим Төхвәтуллин –  иң һәләтле үҫмерҙәрҙең береһе. Ул биш йәштән баянда уйнай. Атаһының, әсәһенең ,  бер туған ағаһының  был музыка ҡоралында уйнауҙары ла унда баянға ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр.

Валерия Ғилметдинова менән Сабина Сәлихова волейболда уңыштарға өлгәшә. Район командаһы составында Башҡортостан беренселегендә ҡатнашып, призлы урын яулағандар, Татарстанда волейбол буйынса төбәк-ара ярышта беренселеккә лайыҡ булғандар. Кластың үҙенең блогеры ла бар. Алмаз Мортазин социаль селтәрҙә шайморатовсылар ҡатнашҡан төрлө сараларҙы яҡтыртып бара.

Кластың да ҡаҙаныштар тос. Республика кимлендә уҙғарылған “Йәйге шайморатовсылар уйындары” нда еңеү яулайҙар һәм барыһы ла  Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашып ҡайта. Байрамдарҙа ветерандарға барып концерт ҡуйырға, ярҙам итергә лә өлгөрә улар.

Шайморатов класы хәрби кураторҙарынан да уңған. “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” уҡытыусыһы Фәнзил Йәһүҙин  автоматты һүтеп-йыйыу, ГТО нормаларын тапшырыу, стройҙа йөрөү әҙерелегенең барлыҡ нескәлектәрен өйрәтә.

-Балаларға оҡшай. Шуға ла өйрәткәнде улар эләктереп бара. Бергә уҙғарылған һәр сара класты туплай, берҙәм итә, -тине ул.

Әйткәндәй, Фәнзил Флус улы үҙе лә Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән.

-Егеттәргә армия кәрәк, сөнки ул үҙ аллылыҡты тәрбиәләй, физик һәм рухи яҡтан нығыта, тыуған илгә һөйөү хисен тәрбиәләй. Үҙем Илештә тыуып үҫтем, ғүмеремде үҙемдең тыуған яғым менән бәйләнем. Сөнки үҙемде кесе Ватанымдың патриоты тип иҫәпләйем , -  тине ул. 

-Бөгөнгө көндә гимназияла өс уҡыусыбыҙ Хәрби академияларҙа белем ала. Шулай уҡ хәрби һөнәр алып, уңышлы хеҙмәт итеүсе , махсус хәрби операцияла йөрөүсе уҡыусы-яугирҙәребеҙ менән дә ғорурланабыҙ.   Уларҙы беҙ йыш ҡына “Батырлыҡ дәресе”нә уҡыусылар менән осрашыуҙарға саҡырабыҙ. Балалар уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә, - тип һөйләне гимназия директоры Ленара Мифтахова.

Йәш шайморатовсылар араһында төрлө һөнәр, шул иҫәптән хәрби булырға теләгәндәрҙе лә күрҙек. Ниндәй генә һөнәргә уҡыһалар ҙа, киләсәктә уларҙың тыуған илдәренең файҙалы кешеләр булырына шик юҡ.

 Автор фотолары.

Илеш районы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас