Геройҙар дәүере
16 Февраль 2024, 08:25

Утты-һыуҙы, Афғанды үткән “Баграм”

“Беҙҙә ғәҙеллек тойғоһо ныҡ көслө” 

Утты-һыуҙы, Афғанды үткән “Баграм”Утты-һыуҙы, Афғанды үткән “Баграм”
Утты-һыуҙы, Афғанды үткән “Баграм”

Взвод командиры “Баграм” гражданкала яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ауырғазы районы Советы депутаты ла, һунарсы ла, умартасы ла. Алсаҡ, һүҙгә маһир, иғтибарлы һәм изгелекле кеше. Өҫтәүенә ул – яугир-интернационалист, уға бер йыл алыҫ Афған ерендә хеҙмәт итергә тура килә. Хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне, артабан тыныс тормоштағы әүҙем эшмәкәрлеге өсөн орден һәм миҙалдар менән наградланған.

Махус хәрби операция биләмәһенә командировкаға барғаныбыҙҙа тап уның блиндажында туҡталдыҡ. Взвод командирының һалдаттарға иғтибарлы мөнәсәбәте, атайҙарса ҡарашы һоҡландырҙы. Уның эргәһендә ауылдаштарының, ҡустыларының, коллегаларының да булыуы осраҡлы түгел, сөнки һуғышта кемдең кем икәне бик тиҙ беленә. Гәзит уҡыусылар иғтибарына шәп командир менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– “Баграм” тигән позывнойҙы ни сәбәпле һайланығыҙ?

– Мин Афғанстанда хеҙмәт иттем, шундағы Баграм провинцияһының атамаһынан алынды. 1989 йылда Афған еренән сығарылған совет ғәскәрҙәре составында иң һуңғылар иҫәбендә булдыҡ.

– Махсус хәрби операцияға үҙ теләгегеҙ менән килдегеҙме?

– Афған яуын үткән кеше булараҡ, үҙем йәшәгән Ауырғазы районы хакимиәте етәкселеге мобилизацияланған яугирҙәрҙе оҙатыу эшендә ярҙам итеүемде һораны. Шул егеттәр менән бергә булыу, ҡайтҡас, уларҙың атай-әсәйҙәре менән күрешеп һөйләшеү тәьҫирендә миндә лә МХО-ға юлланыу теләге барлыҡҡа килде.

– Тимәк, был бөтә яҡлап уйланылған ныҡлы ҡарар булған, шулаймы?

– Әлбиттә, шулай. Йәш-елкенсәк түгелмен. Уҙған йыл октябрҙә 55 йәш тулды. Ғөмүмән, бында минең йәштәштәр ҙә, беҙҙән олораҡтар ҙа, “афғансылар” ҙа күп кенә: Иглиндән Радик, Ринат, Ишембайҙан Илдус, Илештән егеттәр бар. Үҙем сығышым менән Ғафури районынан булам. Һамар өлкәһенең Рощинский ҡасабаһында өс айлыҡ хәрби әҙерлек үттек, шунда “афғанлылар” 12 кеше инек.

– Белеүебеҙсә, тыныс тормошта ярайһы уҡ ҙур һәм яуаплы вазифаларҙа эшләгәнһегеҙ. МХО-ға юлланыуығыҙҙы белгәс, һеҙҙең менән бергә барырға теләүселәр ҙә булған, тиҙәр...

– Райондағы автотранспорт предприятиеһында, “БашТехКонтроль” йәмғиәтендә директор булып эшләнем. Һуңғы 12 йылда Ауырғазы районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығын етәкләнем.

Махсус хәрби операцияға барырға теләк белдергәс, мине матди йәһәттән тәьмин итеү ротаһының взвод командиры итеп тәғәйенләнеләр, сөнки Афғанстанда ла ошо уҡ хеҙмәттә – аҙыҡ-түлек ташыған колоннаны оҙатыуҙа йөрөнөм. Прапорщик дәрәжәһендә хеҙмәт иттем.

Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, махсус хәрби операцияға юлланыуымды белгәс, теләктәшлек белдереүселәр арыу уҡ булды. Мәҫәлән, ҡул аҫтында эшләгән балта оҫтаһы, мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ тип, килде. Ауылдаш егеттәр ҙә бар: Венер абый, Илдар. Улар Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылынан. Шәхсән минең өлгөгә эйәреп, унлап танышым килде.

– Хәрби хеҙмәт нескәлектәре менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине...

– Әйтеүемсә, беҙ матди йәһәттән тәьмин итеү ротаһында хеҙмәт итәбеҙ. Ул тотош полкты хеҙмәтләндерә. Полктың үҙенең мунсаһы, икмәк бешереү, кер йыуыу урындары бар.

Минең ҡарамаҡтағы 3-сө взвод алғы һыҙыҡты аҙыҡ-түлек, һыу, хәрби припастар менән тәьмин итә. Йәштәр, әрме хеҙмәтендә булмаған егеттәр ҙә бар. Башта, эште тәртипкә һалып алғансы, ауырыраҡ булды. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, һуғыш шарттарында үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтеү маҡсатында гел бергә йөрөргә тырыштым. Хәҙер эш яйға һалынды, егеттәр ҙә таһылланды, нығынды. Минең взводтан бер яугир миҙалға лайыҡ булды. Тотош колоннаның хәрәкәтен дөрөҫ ойоштороп, имен-аман йөрөтөп алып ҡайтыуға ҙур өлөш индерә. Шундай ышаныслы егеттәргә таянам.

– Ғаилә хәле нисек?

– Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Икәүһе ғаилә ҡороп, үҙаллы йәшәй, бәләкәйе Санкт-Петербургта уҡый.

– Һеҙҙе шәп умартасы тиҙәр...

– Эйе, ныҡ яратам был шөғөлдө. Әйткәндәй, был эште лә Ғафури, Ауырғазы райондарындағы “афғанлы” дуҫтар менән бергә алып барабыҙ. Умарталарҙы күсереп йөрөтөү, бал айыртыу һәм башҡа мәшәҡәттәрҙә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Әле умарталарымды шундай дуҫтарымдың береһе – Ғайса ҡарап ҡалды. Умартасылыҡ – минең өсөн күңелгә ял биргән шөғөл ул. Былтыр йәйгеһен, Һамарҙағы Рощинский ҡасабаһында әҙерлек үҙәгендә булғанымда, бер нисә көнгә генә ҡайтып, бал айыртып китә алдым.

– Һуғышта иң ауыры нимә?

– Яугир дуҫтарыңды, егеттәрҙе юғалтыу. Үкенескә ҡаршы, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Рәсәй Геройы Андрей Мигунов тураһында ишетеп беләһегеҙҙер. Андрей Павлович – ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған кеше, подполковник. Ул да Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән. Бында танк батальоны командиры булды. Ул – минең яҡын дуҫым ине, ғаиләләребеҙ аралашып йәшәне. Бер-беребеҙҙе биш бармағыбыҙ кеүек яҡын белдек. Ул Ғафуриҙа хәрби комиссар булып эшләне, мин 18 йыл Ауырғазыла “афғансы”ларҙың ветерандар советын етәкләнем. Шул осорҙа ике райондың хәрби ветерандары араһында иптәштәрсә футбол матчтары, башҡа төрлө ярыштар, осрашыуҙар уҙғарҙыҡ. Бик ауыр булды шундай кешене юғалтыу...

– Һеҙҙең һөйләгәндәрҙән сығып та, тормоштағы күҙәтеүҙәремдән дә шуны әйтә алам: элекке хәрбиҙәрҙе, айырыуса Афған бәрелешен үткән ветерандарҙы айырым бер дуҫлыҡ ебе бәйләй төҫлө...

– Был, ысынлап та, шулай. Йәш өҫтәлгән һайын, ғүмер ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың. Үкенескә ҡаршы, сафтарыбыҙ һирәгәйә, шуға күрә бер-береңде ҡәҙерләү хисе лә арта. Беҙҙең егеттәр күпте күргән, яу шарттарында сыныҡҡан. Улар ҡайһы саҡта ҡыҙыуыраҡ та булып китә. Ҡәтғирәк тә булыуыбыҙ бар, сөнки беҙҙә ғәҙеллек тойғоһо ныҡ көслө. Медицина тикшереүе үткәндә психологтар тап ошо сифатты айырып билдәләй. Утты-һыуҙы кискән, донъяның ағын да, ҡараһын да күргән кешеләр шулайыраҡ булалыр инде. Намыҫ, ғәҙеллек, бер-береңде һатмау, йәғни ысын дуҫлыҡ менән көслө беҙҙең быуын. 

– Республика халҡына, гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Иң тәүҙә рәхмәт әйткем килә. Шул тиклем ҙур ярҙам, хәстәрлек тоябыҙ. Бының өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, етәкселәргә һәм, әлбиттә, халыҡҡа рәхмәт! Беҙҙең республикала илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләһе юғары кимәлдә ҡуйылған. “Башҡортостан” полкын һәр ваҡыт маҡтап телгә алалар, өлгө итеп ҡуялар. Башҡа полктар менән аралашабыҙ, барыһын да үҙебеҙ күреп-белеп торабыҙ: гуманитар ярҙам, бүтән төрлө хәстәрлек, тәьминәт йәһәтенән беҙ күпкә яҡшыраҡ йәшәйбеҙ. Район хакимиәттәре башлыҡтары йыш килә, яугирҙәр менән аралаша, нимәләргә ихтыяж барлығын һорашып, белешеп кенә торалар.

– Ихтыяж тигәндән, нимәне айырып әйтер инегеҙ?

– Беҙгә тәжрибәле, төрлө категорияларға эйә водителдәр кәрәк. Мәҫәлән, беҙҙең ҡарамаҡта ике автобус, “КамАЗ”дар, тағылмалы машиналар бар. Шулай уҡ ашнаҡсыларға ихтыяж бар. Аҡсалата түләү ваҡытында бара. Белеүебеҙсә, республика етәкселеге өҫтәмә түләү булдырҙы.

Егеттәрҙе һаҡлау, юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Полк ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәй. Полк командиры – бик шәп кеше, ысын яугир. Егеттәргә һәр ваҡыт аңлап ҡарай, кеше хәленә инә белә. Шуға күрә хеҙмәт ыңғай бара. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!

– Беҙ ҙә шундай ышаныста ҡалабыҙ. Тыуған төйәгебеҙгә еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! Именлектә, һаулыҡта осрашырға яҙһын!

В. УРАЗБАЕВ әңгәмәләште.

Автор фотоһы.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас