Геройҙар дәүере
22 Февраль 2024, 11:15

“Беҙҙең бында булыуыбыҙ мөһим”

Яугирҙәребеҙҙе дөйөм сәбәптәр берләштерә.

“Беҙҙең бында булыуыбыҙ мөһим”“Беҙҙең бында булыуыбыҙ мөһим”
“Беҙҙең бында булыуыбыҙ мөһим”

Башҡорт ере һәр саҡ үҙенең батырҙары менән дан тотҡан, ир-егеттәребеҙҙә хәрби рух бар. Рәсәйҙең ысын граждандары, Ватанына тоғро, ҡыйыу, хәрби бурысын лайыҡлы үтәргә тырышҡан яҡташтарыбыҙҙы ысын геройҙар тип атарға мөмкин. Һәммәһе өсөн улар өлгө-миҫал булып тора. Илебеҙ өсөн еңел түгел ваҡытта күп кенә көслө зат вәкилдәренең Ҡораллы Көстәр сафына баҫырға әҙер икәнлеге тураһында ишетеп кенә түгел, күреп тә беләбеҙ.

Ғафури районының Красноусол ауылынан Айҙар Рәшит улы Сөләймәнов та махсус хәрби операция башланғас, хәрби контракт төҙөргә ҡарар иткән.

Айҙар Ғафури районының Минзилә менән Рәшит Сөләймәновтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Хәҙер инде үҙе ғаиләле. Ҡатыны Анастасия менән Юлиана исемле өс йәшлек ҡыҙ үҫтерәләр.

Айҙар Рәшит улы менән тыуған яғына ялға ҡайтҡан ваҡытында өйҙәрендә ғәзиз әсәһе, һөйөклө ҡатыны һәм бәләкәс ҡыҙы менән бергә бик ихлас аралашҡайныҡ. Һөйләшеү яугирҙең хәл-әхүәле, ғаиләһе, махсус хәрби операция һәм башҡалар тураһында барҙы.

Хәрби контракт буйынса хеҙмәт итеү бер нисә секундта ҡабул ителә торған ҡарар түгел, әлбиттә. Бынан тыш, был аҙымға бер генә лә түгел, әллә күпме сәбәп этәрәлер.

 – Шуныһы мөһим: контракт төҙөү менән бер рәттән, ваҡиғаларҙың һөҙөмтәһе ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, барыһы тураһында ла етди уйланаһың, бөтәһен дә бер фекерҙәр ебенә теҙәһең. “Мин ни өсөн бында?” тигән һорауға махсус хәрби операция биләмәһендә егеттәр менән дә һөйләшкәнебеҙ бар ине,– тине Айҙар Рәшит улы. –  Кемдер граждан тормошта инженер, уҡытыусы, төҙөүсе булып эшләгән, офицерҙар ҙа юҡ түгел. Уларҙың барыһының да шәхси бер сәбәбе бар. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙҙы ла дөйөм сәбәп берләштерә – Тыуған илгә, Ватанға тоғро хеҙмәт итеү маҡсаты, ғүмере буйы үҙ туған телендә аралашып, тәү тапҡыр ауаз һалған тыуған еренә тоғро ҡалған ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү, тигән уй-ниәт. Беҙҙең барыбыҙҙың да бында, махсус хәрби операцияла, булыуы мөһим.

Айҙар Рәшит улы әйтеүенсә, махсус хәрби операция биләмәһендә уларҙың барыһа ла бер-береһенә ағай-эне кеүек мөнәсәбәттә. Бәлки, башҡаса мөмкин дә түгелдер. Ни тиһәң дә, еңеүгә бары берҙәмлек, теләктәшлек, бер маҡсат булғанда өлгәшелә.

2022 йылдың 28 сентябрендә хәрби контрактҡа ҡул ҡуйған Айҙар Сөләймәнов яуға әҙерлекте бер ай буйы Ҡазанда үтә. Уның бала саҡтан спорт менән дуҫ булыуы барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңел үткәрергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, ул мәктәптә уҡыған саҡта волейбол буйынса командалары менән призлы урындар яулаған. Ә махсус хәрби операцияға тиклем Өфөләге заводтарҙың береһендә эшләгән.

Әле лә Айҙар Рәшит улы – алғы һыҙыҡта, артиллерия отделениеһы командиры. Былтыр майҙа “Хәрби отличие өсөн” миҙалы (һүрәттә. – А.Н.) менән наградланған.

Айҙар Сөләймәновтың уй-хыялы – хәрби контракттың аҙағын тиклем хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарын иҫән-имен әйләнеп ҡайтыу.

 – Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын, ҡыйыулығын, ҡаһарманлығын һәм бер нимә алдында ла баҙап ҡалмай, алға ынтылыуы һис хәтерҙән сыҡмай. Беҙ ҙә, әлеге быуын вәкилдәре, гел алға ынтылабыҙ һәм еңеү менән ҡайтырбыҙ, – тине әңгәмәсем. 

Айҙар Рәшит улы менән ҡыҫҡа ғына ваҡытта аралашыу мөмкинлеге булһа ла, Ватанды яратыу кеүек сифаттарҙың илһөйәрҙәргә һәм Рәсәйҙең ысын граждандарына хас икәнлеген тағы бер тапҡыр күрҙек һәм йәнә бер тапҡыр инандыҡ.

Әйткәндәй, сәләмәтлеге ныҡ, насар ғәҙәттәре булмаған, хөкөм ителмәгән 18 – 60 йәшлек ир-егеттәр хәрби килешеү буйынса хеҙмәт итә ала. Кандидат талап ителгән хәрби белгес булһа, 65 йәшкә тиклем дә хеҙмәткә алыу мөмкинлеге бар. Былтыр апрелдән башлап, армияла хеҙмәт итмәгәндәр ҙә килешеү төҙөү хоҡуғына эйә.

Хәрби контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгән һәр кем ентекле һайлап алыу үтә. Беренсе этапта улар менән психологтар әңгәмәләшә, медицина тикшереүе үткәрелә. Барыһы ла яҡшы икән, улар менән килешеү төҙөлә һәм Рәсәй биләмәһендәге төрлө хәрби частарға ебәрелә. Әйткәндәй, ғәскәр төрөн һайлау һәр кешенең хәрби-иҫәп һөнәренә бәйле. Хәрби килешеү буйынса хеҙмәт итеүселәр өсөн иһә төрлө түләүҙәр, һөнәри һәм карьера үҫеше кеүек төрлө ярҙам һәм дәртләндереү саралары ҡаралған.

Тыуған илебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы дошмандан һаҡлау, яҡлау өсөн, әлбиттә, үҙебеҙ күтәрелергә тейеш. Ниндәй генә осор булмаһын, беҙҙең ир-егеттәр һәр саҡ сыҙамлы, тәүәккәл, ҡыйыу һәм батыр булыуы менән айырылып торған. Әле лә шулай.

Айҙар Рәшит улының тыуған яғына, үҙен өҙөлөп көткән ғаиләһенә, бәләкәс ҡыҙы, һөйөклө ҡатыны, ҡәҙерле ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары, яҡындары, ғөмүмән, тыуған Башҡортостанына тиҙерәк еңеү яулап ҡайтыуын теләйбеҙ.

Хәрби контракт төҙөү өсөн иҫәп урыны буйынса хәрби комиссариатҡа; контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына: Өфө ҡалаһы, Революцион урамы, 156-сы йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347) 248-29-31, 248-18-63. Ситуация үҙәге телефоны: 122.

ҺҮРӘТТӘ: Айҙар Сөләймәнов әсәһе, ҡыҙы һәм ҡатыны менән.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Ғафури районы.

“Беҙҙең бында булыуыбыҙ мөһим”
“Беҙҙең бында булыуыбыҙ мөһим”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас