Ниндәй генә заман булмаһын, барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла берҙәм тырышлыҡ менән генә еңеп сығырға мөмкин. Бөгөн иһә иңде-иңгә терәп махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итеү – иң мөһим ғәмәлдәребеҙҙең, мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе. Маскировкалау селтәрҙәрен үреү эшен ойоштороп, ярҙам итеп йөрөүҙә Ғафури районынан Миңнисара Заһиҙуллина етәкселегендәге Красноусол ауылы мөслимәләренең өлөшө ҙур.
– Селтәрҙәрҙең талап ителгән схема буйынса үрелеүе, уларҙың ныҡлы, ышаныслы, дошман дрондарының уларҙы “күрмәүе” итерлек булыуы мөһим. Махсус материалды беҙгә Ғафури районы мәҙәниәт йорто рәссамы Николай Тихонов станокта киҫеп бирә, – тине ул, был эштең үҙ нескәлектәре, ҡатмарлыҡтары тураһында беҙҙе таныштырып.
Маскировкалау селтәрен үрергә тәү башлап килеүселәр схемаға ҡарап эшләй, ә уны ныҡлап белгәндәр ҡарамайынса ла эшләй. Райондың Сәйетбаба, Үзбәк, Үтәк, Яңғыҙҡайын ауылдары әүҙемселәре лә был изге эшкә килеп өйрәнгәндәр һәм хәҙер башҡаларға ла өйрәтәләр. Ә үҙҙәре “Маскировкалау селтәрҙәре ЩИТ Өфө” ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары килеп үткәргән оҫталыҡ дәресендә тәжрибә туплағандар.
Маскировкалау селтәрҙәре дошманды алдау, позицияларҙы йәшереү мөмкинлеген бирә. Тағы уның менән ҡапланған окопты дошман квадрокоптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк. Бөтә Рәсәй буйынса ирекмәндәр был эш менән күптән шөғөлләнә. Ғафури районы ауылдарында йәшәүселәр ҙә бергәләшеп ошо мөһим һәм изге эшкә ҡушылды.
Был селтәрҙе үреү бик үк еңел эш түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, красноусолдар һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы.
– 17-18-ләп кеше йөрөйбөҙ. “Ағинәйҙәр” ойошмаһынан, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан, сиркәүҙән, “Тирәккәй” балалар баҡсаһынан әүҙемселәр йөрөнө. Унауҙы эшләнек, шуның алтауһын яугирҙәребеҙгә оҙаттыҡ та инде, әле дүртәү әҙер, – тип белдерҙе Миңнисара Заһиҙуллина.
Бынан тыш, йәнә материалдар килтерелеп, тағы үрәләр. Шуныһы үҙенсәлекле: мөслимәләр, әҙер селтәрҙәрҙе изге доғалар уҡып, үҙҙәре теккән тоҡтарға төрөп ҡуя. Яугирҙәребеҙгә ярҙам бының менән генә тамамланмай: ай һайын посылкалар ҙа әҙерләйҙәр. Уларға көн һайын кәрәкле әйберҙәр, дарыуҙар, йылы түшәктәр, туҡмас һәм башҡаларға йәнә күңел йылыһын һалып ебәрәләр.
– Республикабыҙҙа йәшәгәндәрҙең барыһы кеүек теләгебеҙ бер: донъялар тиҙерәк тынысланһын, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, - тине Миңнисара Мөхәмәҙиә ҡыҙы.
Район үҙәге Красноусолдан 30 километр тирәһе арауыҡта урынлашҡан Яңғыҙҡайын ауылы халҡы ла изге эштән ситтә ҡалмай.
– Махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусы яугирҙәребеҙҙән маскировкалау селтәрҙәренең ҙур партияһына заказ килде. Улар квадрокоптер, пилотһыҙ осоу аппаратынан һаҡланыу сараһы булып тора икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Был изге эшкә ярҙамыбыҙҙы индереп, яугирҙәребеҙҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәбеҙ, – тип билдәләне яңғыҙҡайындар.
Был ауылдан Рәмзиә Насирова, Резеда Мөьминова, Рәүилә Хәлилова, Алһыу Ғәлиева, Зифа Вәлишина һәм башҡалар буш ваҡытында клубға маскировкалау селтәрен үрергә барырға ғәҙәтләнгән. Ирекмәндәр Әлфиә Ғафарова, Рәмилә Кәримова, Илвира Бикбаева, Айгөл Ишморатова, Венера Мостафина, Миңзәлә Вәлишина, Рәзилә Сәлихова, Фәнүзә Фәйезова, Зөлфиә Хисмәтуллина һәм башҡалар ҙа яугирҙәребеҙгә посылка туплау кеүек эштә бик теләп ҡатнаша.
– Ике бушлат һатып алдыҡ, сөнки ике яҡташ яугиребеҙҙең был кейеме утта янған, икенсеһенеке иҫкергән. Урындағы Ленин исемендәге хужалыҡҡа (рәйесе – Риф Мөьминов) ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйнек, “Нива-2121” һатып алдылар һәм яугирҙәребеҙгә алып барҙылар. Бына башҡа берҙәм атҡарылған эштәр бихисап, – тип һөйләне Яңғыҙҡайын ауылынан Рәмзиә Насирова.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ауыр минуттарҙа бергә булыу, бер-береңә ярҙам итеү бик кәрәк. Бөгөн ҡулына ҡорал алып, илде һаҡларға баҫҡан кешегә генә түгел, тылдағыларға ла берҙәмлек, рух ныҡлығы өсөн ҙур һынау. Ошондай хәстәрлекле, ярҙамсыл, изге күңелле кешеләрҙең ярҙамы Еңеүгә ышанысты арттыра.