Геройҙар дәүере
22 Февраля 2024, 05:00

Мәрғиә инәй бирсәткәләр бәйләгән

Ул яугирҙәргә шулай уҡ 50 банка быҡтырылған ит тә әҙерләп ебәргән. 

Мәрғиә инәй бирсәткәләр бәйләгәнМәрғиә инәй бирсәткәләр бәйләгән
Мәрғиә инәй бирсәткәләр бәйләгән

Бөгөн республиканың һәр ауыл, ҡалаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашған яугирҙәр өсөн бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. Йылы кейемдәр булһынмы, йөндән бәйләнгән бирсәткәләрме, тыуған яҡтарының сәләмдәре булып күңел йылыһы биреп бешерелгән сәксәк, сөсө икмәк, өй печеньеһы, бал, ҡорот, ҡаҡ тиһеңме - барыһын да ебәрәләр. Малдарын һуйып, әллә күпме быҡтырылған ит, ҡаҙы, ҡаҙылыҡ, тултырмалар ҙа оҙатыла. 

Әбйәлил районының Йәнгел ауылында йәшәгән Мәрғиә инәй Ҡунафина-Әминева ла, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яугирҙәрҙең ҡулдары өшөп йөрөмәһен, тип күңел нурҙарын түгеп бик күп өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләгән. Ошоға тиклем инәй шулай уҡ һарыҡ һуйып, 50 банка быҡтырылған ит тә оҙатҡан.

"Иң мөһиме - тиҙерәк һуғыш бөтһөн, уландарыбыҙ Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!" -ти инәй.

Фото: Видеонан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас