23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында булды һәм унда Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты хөрмәтләп иҫкә алды.
Республиканың күп милләтле халҡы исеменән төбәк етәксеһе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына һәм Тыуған илде һаҡлаусыларға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, Ҡораллы Көстәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре, эҙәрмән отрядтары ағзалары, йәш армиясылар ҡатнашты.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Тантана һуңында Радий Хәбиров махсусс хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән аралашты. Республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренә, ҡатындарына һәм балаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Һеҙ – беҙҙең терәгебеҙ. Ысын күңелдән һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым,– тине Радий Хәбиров, яугирҙәргә мөрәжәғәт итеп. – Иң мөһиме, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Ә беҙ ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостан махсус хәрби операциялағы беҙҙең егеттәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына, һәм, һис шикһеҙ, һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына бар көсөн һалып ярҙам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.