23 февралдә Өфөләге Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.
Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Ҡораллы Көстәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Өфө халҡы ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған Ватан һаҡсыларын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң әһәмиәте хаҡында һөйләне.
– Беҙ һәр ваҡыт был байрамды яраттыҡ. Ватанды һаҡлаусыларҙы, ысын ир-егеттәрҙе, яугирҙәрҙе ҡотланыҡ. Ләкин хәҙер байрам икенсе төрлө яңғыраш ала, сөнки беҙҙең егеттәрҙең күбеһе махсус хәрби операцияла, - тине Радий Хәбиров. - Кисә беҙ тантаналы йыйылыш үткәрҙек, һәм унда бик ҡыҙыҡлы бүләк булды. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын һәм батырлығын билдәләнек. Һуңынан Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы бүләкләнеләр. Һәм был беҙҙә быуындар бәйләнешенең күҙәтелеүе мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.