“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән егеттәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Ҡыш башында махсус хәрби операция биләмәһендә булған саҡта улар менән күрешеп, аралашыу форсаты тейгәйне. Бөгөнгө геройҙарым – “Айыу”, “Шайтан” һәм “Батыр”.
Бушҡа килмәнек, еңергә тип килдек!
“Айыу” позывнойлы яугир Учалынан. Контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә йәй аҙағында килгән.
– Ҡалай позывнойың ҡыҙыҡ, ни эшләп “айыу”? – тип һорайым.
– Бындағы егеттәр ҡушты инде, тайыштабанһың, айыуға оҡшағанһың тиҙәр, – ти ул көлөп.
“Айыу” хәрби әҙерлекте Һамарҙа үтә. Үҙе “химиктар” взводында хеҙмәт итә. Баҡһаң, химик составлы бомбалар килеп төшһә, улар приборҙар менән бара һәм ағыуланыу кимәлен үлсәй икән. Ғәҙәттә, юлға кис сығалар, төнөн эшләйҙәр. Отделение командиры булған “Айыу” водитель менән һәр саҡ урынға үҙе бара. Биш көн һайын ротация булып тора.
– Химик бомбалар менән атыу тыйылһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дошман уйлап тормай, ундайҙар менән дә йыш ата. Ғөмүмән, улар фосфорлы бомбалар менән дә, кассеталыһы менән дә ата, ғәҙел һуғышмайҙар, – ти ул.
Тыныс тормошта ул электр монтажсыһы булған. Әле үҙенә 48 йәш. Өс малай атаһы. Әйткәндәй, өлкән улы Пензала сроклы хеҙмәттә, армиянан һуң контракт төҙөргә тигән уйы ла бар икән. Уртансы улы Белоретта медицина колледжында белем ала, бәләкәйе әсәһе янында, 7-е класта уҡып йөрөй.
– Ҙур ғаиләң һине нисек ебәрергә булды һуң? – тип һорайым.
– Кем дә булһа илде яҡларға тейеш тип уйлайым. Һау, көс-дәрт ташып торған саҡта барырға, егеттәргә ярҙам итергә кәрәк тинем. Әлбиттә, ҡарар ҡабул иткән саҡта тәү сиратта патриотик хистәр өҫтөнлөк итте. Малайҙарҙы ла аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Ныҡлап уйлашҡас, ҡатын ризалашты. Мөмкинлек булыу менән шылтыратам, бәйләнештә булып торабыҙ, барыһы ла яҡшы тип күңелен тынысландырам, – ти ул.
Дөйөм алғанда, “Айыу” барыһы менән дә ҡәнәғәт. Яңыраҡ ул ялға ҡайтып килгән. Автобустар килеп алды, тәғәйен урынға күсереп ултыртмай ғына алып барып еткерҙе, ти.
– Бындай иғтибар, яугирҙәргә булған яуаплы ҡараш өсөн республика етәкселегенә, шәхсән Башлығыбыҙ Радий Хәбировҡа рәхмәтлемен. Аҡса ваҡытында түләнә, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәнбеҙ. Тегендә ғаиләләребеҙ ҙә ҡараулы, барлыҡ ташламалар менән файҙаланалар, – ти “Айыу”. – Полк бик яҡшы, егеттәр һәйбәт. Маҡсатыбыҙ бер – тиҙерәк еңеү менән ҡайтырға. Бушҡа килмәнек, еңергә тип килдек, һәм Аллаһ бирһә, оҙаҡламай быға өлгәшербеҙ.
Барыһы менән дә ҡәнәғәтмен
Өфө егетенең позывнойы – “Шайтан”. Үҙе иһә был исем бер нимә лә аңлатмай, башҡа килгән тәүге һүҙ булды тип көлә. Көлөп кенә йөрөһә лә, уның бурысы бик мөһим – барыһын да яғыулыҡ менән тәьмин итеү. “Шайтан” ГСМ взводы командиры.
– Полкты ла, алдынғы һыҙыҡтағыларҙы ла, барыһын да яғыулыҡ менән тәьмин итәбеҙ. Уны барып алабыҙ һәм нөктәләр буйлап таратабыҙ. Бында яғыулыҡһыҙ булмай, шуға күрә беҙ дошмандың беренсе маҡсат сәбе. Ҡайһы берҙә үҙебеҙҙе дары мискәһендә ултырғандай хис итәбеҙ, тик ҡурҡып ултырып булмай, эште ваҡытында башҡарыу зарур, – ти “Шайтан”.
“Шайтан” үҙе элекке хәрби кеше, запастағы прапорщик. 90-сы йылдарҙа көнбайыш төркөмө ғәскәрҙәрендә була. Ә махсус хәрби операция башланғас, контракт төҙөп бында килә. Уға тиклем үҙенең Өфөлә төҙөлөш бизнесы ла була. Тик коронавирус пандемияһы ваҡытында уны ябып торорға мәжбүр була.
– Үҙемде ир-ат булараҡ тағы бер тапҡыр һанап ҡарағым килде, хәрби эште лә һағындым. Бер тапҡыр ҙа үкенмәнем. Барыһы менән дә ҡәнәғәтмен. Әле егеттәр һөжүм башланы, барыһы ла уңышлы ғына бара. Ғөмүмән, беҙҙә яҡшы команда тупланды. Башлыса 30-50 йәшлек өлгөргән ирҙәр. Улар армияла булған, күптәре төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Дары еҫен еҫкәгәндәр, һуғыштың нимә икәнлеген беләләр. Ышаныслы иптәштәр тип әйтә алам, – ти “Шайтан”.
Яугирҙе өйөндә ғаиләһе, дуҫтары, яҡындары көтә. Ул бар республикаға, үҙен танығандарға сәләм әйтеүҙе үтенде һәм оҙаҡламай еңеп ҡайтырбыҙ тип ышандырҙы.
Әлбиттә, бында, махсус хәрби операция биләмәһендә, барыһы ла башҡаса күренә. Һәм күпте күргән, ныҡлы ҡарашлы ирҙәр, ағайҙар, “беҙ еңәсәкбеҙ”, “барыһы ла яҡшы буласаҡ” тип әйтә икән, уларға бер шикһеҙ ышанаһың.
“Нимә өсөн килгәнде беләбеҙ”
Әлшәй яғынан килгән “Батыр” позывнойлы яугир үҙенә 58 йәш тигәс, һис тә ышана алмай торҙом. Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, етеҙ ағайҙың йәш күренеүе сере ябай булып сыҡты. Ул электән спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт тормош алып барған, етмәһә бар нәмәгә һәр саҡ позитив һәм йылмайып баға.
– Һуғыш өсөн йәш үтеп бара, тип өйҙә ятып ҡалып булманы инде. Йәштәр, бәләкәй балалы атайҙар ҡулдарына ҡорал алған саҡта мин дә сыҙаманым. Тыуған илде яҡлау – ир-аттың эше, йәшкә, хәлгә ҡарап тороу юҡ. Хәрби тәжрибәгә килгәндә, ике йыл армияла хеҙмәт иттем, артиллерист булдым. Бында тиҙ генә барыһы ла иҫкә төштө. Контрактты ярты йылға тип төҙөгәйнем, ваҡыты сыҡһа, тағы оҙайтырмын тип торам, сөнки мин бында кәрәк, – ти “Батыр”.
“Башҡортостан” полкында ул РХВЗ бүлексәһендә (радиация, химия һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәре) химия разведкаһында хеҙмәт итә, йыш ҡына алғы һыҙыҡта була.
– Полкыбыҙ үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә, ҡаһарман кешеләр йыйылған. Уңышлы һөжүмдәр бихисап, дошманды пленға алып торалар. Беҙҙең кәйеф һуғышсан, нимә өсөн килгәнебеҙҙе беләбеҙ һәм эшебеҙҙе маҡсатлы башҡарабыҙ, – ти ул.
“Батыр”ҙы өйөндә яҡындары көтә. Уның ҡыҙы һәм ике ейәне бар. Улар тыныс тормошта йәшәһен өсөн бында килдем ти яугир. Төп һөнәре – иретеп йәбештереүсе. Оҙайлы йылдар Себер тарафтарында эшләгән.
Беҙ осрашҡан көндө “Батыр”ҙың кәйефе шәп ине.
– Алғы һыҙыҡтан уңыш менән ҡайттыҡ. Йәшәгән блиндаждарыбыҙ уңайлы, яҡында ғына кухня бар. Һуңғы килгән гуманитар йөк менән мейес ебәргәйнеләр, әле бына мунса төҙөп ятабыҙ. Кәйеф көр, хәҙер ял итергә, көс йыйырға ла, тағы алға ташланырға кәрәк, – ти ул этен һыйпап.
– Этегеҙ ҙә бар икән?
– Эйе, бер егетебеҙ көсөк кенә сағында табып алып килтергәйне, эйәләшеп китте, хәҙер ҙурайҙы инде. Кемдер Альма ти, кемдер Пальма ти (көлә). Ә эткә нисек атаһалар ҙа барыбер, йыуаныс, иптәш, һаҡсы булып йөрөй арабыҙҙа.
“Батыр” контракт төҙөп бында килеүенә һис тә үкенмәй. Бурысты үтәмәй ҡайтыу юҡ, ти. Ә бурыстары бөтәһенең дә бер – тиҙерәк дошманды еңергә лә, иҫән-һау өйгә ҡайтырға.
В. УРАЗБАЕВ.
Автор фотолары.