Геройҙар дәүере
23 Февраль 2024, 15:00

Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...

Былтыр октябрҙә Артур Ғиләжев ҡамауға эләгә һәм һуңғы сиктә үҙен окопта граната менән шартлата, бер юлы дошмандың яугирен дә юҡ итә. 

Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...
Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...

Әбйәлил районының батыр улдарының береһе, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған, Батырлыҡ ордены менән наградланған (үлгәндән һуң) Артур Ғиләжев иҫтәлегенә 1-се Асҡар урта мәктәбендә Герой партаһы һәм таҡтаташ асылды.

Батырлыҡ ордены батырҙың улы Иҙел Артур улына тапшырылды.

Сарала батырҙың ата-әсәһе, яҡындары  ҡатнашты. Шулай уҡ Артур Ғиләжевтың батырлығына арнап шиғыр һәм йыр яҙған Сибай ҡалаһынан танылған шағир Фәнис Сирбаевтың шәхсән килеүе һәм батырға арналған йырын башҡарыуы оло мәртәбә булды.
Үҙең киттең, үҙең менән
Алып киттең дошманды.
Үтәп киттең башҡорт рухы,
Һәм йөрәгең ҡушҡанды...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Асҡар ауылынан Артур Ғиләжев 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға китә. Бер айҙан яралана һәм декабрҙә дауаланырға ялға ҡайта. Тиҙҙән кире алғы һыҙыҡҡа юллана.

Былтыр октябрҙә ул ҡамауға эләгә һәм һуңғы сиктә үҙен окопта граната менән шартлата, бер юлы дошмандың яугирен дә юҡ итә. "Голланд" позывнойлы кесе сержанттың батырлығы дошмандың түш камераһына эләккән, ролик шунда уҡ социаль селтәрҙәргә тарала.

18 йәшендә генә яратҡан ҡыҙы Айгөлгә өйләнә һәм уларҙың өс балаһы: ике ҡыҙы һәм бер улы тыуа. 

Фото: "Осҡон" гәзитенән.

Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...
Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...
Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...
Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...
Үҙең киттең, үҙең менән алып киттең дошманды...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас