Геройҙар дәүере
23 Февраль 2024, 06:30

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлауҙар

Байрам менән республика халҡын Владимир Путин, Михаил Мишустин һәм башҡалар ҡотлай. 

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлауҙарВатанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлауҙар
Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлауҙар

Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы республика халҡына матур-матур ҡотлауҙар килде.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тиелә:

Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Беҙ илебеҙ тарихының данлы биттәре, яу яландарында Тыуған илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған күп быуын ата-бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ.

Бөгөн дә Рәсәй халҡы ошо хәрби, патриотик традицияларҙы дауам итеүсе, Ватанға, бурысҡа, армия туғанлығына тоғролоҡ кеүек ҡиммәттәргә тоғро ҡалыусы ҡыйыу, рухи яҡтан көслө кешеләрҙе - хөрмәтләй.

Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм изгелектәр теләйем.

Владимир Путин. 

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустиндың ҡотлауында былай тиелә:

Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Был байрам Рәсәйҙең үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге ҡәҙерле булғандарҙың барыһын да, бөтә ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә арнаған ихтыярлы һәм ҡыйыу кешеләрҙе берләштерә. Көн һайын дәүләтебеҙҙең милли мәнфәғәттәрен, азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаусыларҙы, уның сәскә атыуы һәм именлеге хаҡында хәстәрлек күреүселәрҙе.

Ил именлеге хаҡына эшегеҙҙә артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм изгелектәр теләйем.

Михаил Мишустин.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан ҡотлау килде. Унда былай тиелә:

Хөрмәтле Волга буйы федераль округы халҡы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!

23 февраль илебеҙ тормошонда мөһим көн булып тора. Был – ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ байрамы. Беҙ илебеҙҙе ҡасандыр яҡлаған һәм бөгөн яҡлаусыларҙың һәр береһен ихтирам итәбеҙ, ветерандар алдында баш эйәбеҙ.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә беҙ айырым хис-тойғолар менән яугирҙәребеҙ хаҡында уйлайбыҙ һәм һөйләйбеҙ. Улар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәрен һәм суверенитетын, халҡыбыҙҙың хәүефһеҙ һәм ғәҙел донъяла йәшәү хоҡуғын яҡлай. Йөҙәр мең кеше бөгөн армияны ҡорал менән тәьмин итеү өсөн оборона предприятиеларында хеҙмәт итә, миллионлаған ирекмән фронтта һалдаттарға ярҙам итә. Былар барыһы ла – беҙҙең яҡлаусыларыбыҙ. Һуғыш яланында һәм тылда был лайыҡлы кешеләр Рәсәйҙең терәге һәм өмөтө булып тора!

Ватанды һаҡлаусыларҙың барыһына ла һаулыҡ һәм именлек, яугирҙәребеҙгә хәрби бурыстарын уңышлы үтәүҙәрен һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйем.

Игорь Комаров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас