Салауат ҡалаһының “Күңелдәре менән йәш” үҙәге ирекмәндәре һүҙ менән дә, эш менән дә Ватанды яҡлаусыларға ярҙам итә. Улар маскировкалау селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре, ҡоро душтар әҙерләй, хаттар яҙа. Яңыраҡ ирекмәндәр ялға ҡайтҡан “Бортник” позывнойлы яугир менән осрашып, уй-фекерҙәре меән уртаҡлашты, тип яҙа “Выбор” гәзите.
Ирекмәндәр көнөнә уртаса икешәр селтәр үрә. Улар Салауат ҡалаһының гуманитар ылауы менән тығыҙ бәйләнештә. “Селтәрҙәрҙең күпселеген улар аша оҙатабыҙ. Ялға ҡайтҡан яугирҙәр йыш ҡына беҙгә килеп, үҙҙәре менән алып китә. Был бик кәрәкле эш булып сыҡты”, – ти ирекмәндәр етәксеһе Ильвира Анпилогова.
Осрашыуҙа “Бортник” позывнойлы яугир селтәрҙәрҙе ҡайҙа, ни өсөн ҡулланыуҙары тураһында һөйләгән. Уның әйтеүенсә, был әйбер һуғышта эре калибрлы ҡоралдар – пушка, гаубица, минометтар менән эш иткән артиллеристар өсөн бик кәрәк.
–Бындай маскировкалау селтәрҙәренән тыш артиллеристар бер ни эшләй алмай.Ҡоралды мотлаҡ йәшерергә кәрәк. Ике-өс тапҡыр атҡандан һуң, беҙҙең ҡайҙа икәнлегебеҙҙе һанап сығарып, снарядтарын осора башлайҙар. Беҙҙең баш өҫтөндә осҡан “ҡошсоҡ”тар ҙа ҡайҙа урынлашҡаныбыҙҙы хәбәр итә ала. Шуға күрә яҡшы маскировкалау талап ителә, – ти яугир.
“Шулай бик мөһим әйбер булғас, уны заводта етештереп булмаймы ни?” тигән һорауҙың тыуыуы ғәжәп түгел.
–Илдә бындай заводтар эшләй, тик уларҙы һеҙҙең хәстәрлекле ҡулдарығыҙ менән эшләнгән селтәрҙәр менән сағыштырып булмай. Беҙ ҙә завод селтәрҙәрен файҙаланып ҡараныҡ, тик уларҙы көслө ел һәм ҡар-боҙ ике ай эсендә өҙгөләп бөтөрҙө, – тине “Бортник”. – Ә ирекмәндәр әҙерләгән селтәрҙәр әлегәсә хеҙмәт итә. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙан башҡа үҙебеҙҙе яңғыҙ тоясаҡбыҙ. Быны һеҙ ҙә, башҡалар ҙа, Салауат ҡалаһы халҡы ла яҡшы аңлай. Беләһегеҙме, ялға ҡайтырға бер аҙна ҡалғас, беҙҙең бензин генераторы ватылды. Ирекмәндәр менән бәйләнешкә инеп, уны бында табып булырмы икән, тип белештем. Ҡыҙҙар ярҙам итте, бензин генераторы алып, ялға ҡайтыусылар артынан ебәрҙе. Ҙур рәхмәт һеҙгә!– тине һалдат.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото: “Выбор” гәзите архивынан. https://gazetavibor.ru/news/novosti/2024-02-24/v-salavate-serebryanye-volontyory-tsentra-molody-dushoy-vstretilis-s-uchastnikom-svo-3656242?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=48333792