Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Ватанды яҡлаусылар көнө алдынан махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк булған мотоуҡсылар батальоны табибы, медицина взводы командиры Михаил Каменевтың ғаиләһендә булды.
“Ул Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ебәрелгән тәүге табип-доброволецтар иҫәбендә булды. Табип 2023 йылдың 29 авгусында контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә ҡарар итә. Ул бик батыр кеше ине, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, иптәштәрен ҡотҡарырға ашыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар менән бергә һәләк булды. Ул ысын табип, ысын батыр булараҡ үҙен күрһәтте, ғүмеренең аҙағынаса профессиональ һәм гражданлыҡ бурысын үтәне. Батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды”,– ти Айрат Рәхмәтуллин.
Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡатыны Анна һәм балалары өсөн тормош дауам итә. Улар эшләй, уҡый, йорттарында ремонт яһай. Бергәләп Михаилдың махсус хәрби операция зонаһынан һуңғы фотоларын һәм хеҙмәттәштәре ебәргән видеояҙмаларҙы ҡаранылар.
Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән бөтә батырҙарға һәм Михаил Каменевҡа мәңгелек дан!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.