Геройҙар дәүере
25 Февраль 2024, 09:00

Күҙҙәремдең насар күреүе лә ҡамасауламаны

– Ғаиләм минең холҡомдо белгәнгә күрә ҡарарымды аңлап ҡабул итте. Хатта хөрмәт менән тип әйтер инем. Ә хәҙер улар минең менән ғорурлана, ти "Пират".

Күҙҙәремдең насар күреүе лә ҡамасауламаныКүҙҙәремдең насар күреүе лә ҡамасауламаны
Күҙҙәремдең насар күреүе лә ҡамасауламаны

“Пират” позывнойлы  яугир, армияла хеҙмәт итмәүенә, күҙҙәре сәләмәтлегендә проблемалар булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән киткән. “Ситтә ҡала алмайым, ҡулдан килгәнсә егеттәргә ярҙам итәсәкмен”, тип аңлата ул ҡарарын. Аҙ һүҙле, баҫалҡы егет менән “Стерлитамакский рабочий” хәбәрселәре ялға ҡайтҡанында күреп һөйләшкән.

–Ғаиләм минең холҡомдо белгәнгә күрә ҡарарымды аңлап ҡабул итте. Хатта хөрмәт менән тип әйтер инем. Ә хәҙер улар минең менән ғорурлана. Мин рядовой, гранатометчик ярҙамсыһымын. Һуғышта һуғыштағы кеүек инде, дошмандың хәле бөткәне һиҙелә. Подразделениела Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡтан да барҙар. Гуманитар ярҙам Башҡортостандан, Татарстандан килеп тора. Яңыраҡ үҙебеҙҙең “Набат” ойошмаһынан ярҙам килде. Салауат ҡалаһынан посылкалар алдыҡ.

Һалдаттар нимәгә мохтажлыҡ кисерә тиһегеҙме? Барыһынан да элек рухи ярҙамға.Ҡайһы саҡ уҡыусылар һәм студенттарҙың хаттары бөтә нәмәнән дә көслөрәк тәьҫир итә. Яугирҙәр бындай хаттарҙы айырыуса ҙур теләк менән, бирелеп китеп уҡый. Күптәр йылы хаттарҙы уҡығандан һуң үҙҙәрен өйҙәренә ҡайтып әйләнгәндәй хис иткәндәрен һөйләй. Нимә генә тиһәң дә, хаттар смс-ка  түгел, ҡулдарҙағы хаттар йәнле, көслө бит ул. Улар беҙҙең фронтта өс мөйөшлө хаттар алып ҡыуанған ата-бабаларыбыҙҙың күңелен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә,– ти Стәрлетамаҡ егете.

Ҡыйыу яҡташыбыҙға көс-ҡеүәт һаулыҡ теләйбеҙ. Рәхмәт һиңә, һалдат!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

 

 

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас