Геройҙар дәүере
26 Февраль 2024, 06:00

Яҡташыбыҙ 500-ҙән ашыу яугирҙе ҡотҡарған

Хеҙмәттәштәре уны “Өфө” тип белә

Яҡташыбыҙ 500-ҙән ашыу яугирҙе ҡотҡарғанЯҡташыбыҙ 500-ҙән ашыу яугирҙе ҡотҡарған
Яҡташыбыҙ 500-ҙән ашыу яугирҙе ҡотҡарған

Рәсәй оборона министрлығы Башҡортостандан 500-ҙән ашыу яугирҙе ҡотҡарған хирург хаҡында хәбәр итте.

Һүҙ Өфөнөң 13-сө дауаханаһы хирургы Рөстәм Минһажев хаҡында бара. Ул полктың медпункты начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә. Хеҙмәттәштәре уны “Өфө” позывнойы аҫтында белә.

Ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға барған. “Өфө” махсус хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, яралы яугирҙәрҙе һәм тыныс граждандарҙы эвакуациялау менән дә шөғөлләнә.

Рөстәм Минһажев коронавирус пандемияһы ваҡытында республикала дауаханаларҙың береһендә ковид-госпиталь эшен ойоштора һәм күп пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡара. Бының өсөн табип Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнә. Награда Рөстәм Минһажевты фронтта таба, ул унда 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация буйынса ебәрелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: https://t.me/bashbat02/5366.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас