Ошо көндәрҙә Өфө районының Авдон ауылында йәшәгән яугир, рота командиры Роберт Исмәғилев ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. 10 көнлөк ял көндәре күҙ асып йомған арала үтеп китһә лә, ауылдаштары менән күрешеп ҡалырға ашыҡты ул. Был форсаттан “Башҡортостан” гәзитенең ижади төркөмө лә файҙаланды.
Яугирҙең атаһы – хаҡлы ялдағы уҡытыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Урал Исмәғилев. Улы махсус хәрби операцияға китеү менән ғүмер буйы йәмәғәт тормошонда ҡайнап йөрөгән Урал Рәхим улы үҙенә урын таба алмай. “Беләктә көс барҙа егеттәргә ярҙам итеп ҡалғы килә”, - тип ярҙам төрҙәрен барлай. Сауҙа йортонда буш торған бүлмәлә “Za Победу” тип аталған штаб булдырыуға өлгәшә. Яңғыҙы түгел. Уның был башланғысын хуплаусылар бихисап була: Авдон ауыл хакимиәте бина бирә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселеге электр уты үткәреү менән булыша. Ирекмәндәр иһә кем нимәгә маһир, шуға тотона.
Мәҫәлән, Гүзәл Айрат ҡыҙы Колачева Авдон ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүгеләрҙән булып селтәр үрергә өйрәнә. Ауылдың ир-егеттәре бының өсөн махсус йыһаздар эшләп бирә. Хәҙер иһә селтәр үреүселәр ”Масксети Щит” ойошмаһының филиалы булып һанала. Ҡатын-ҡыҙҙар селтәр үрергә оҫтарып алған. Әле Роберт Исмәғилевкә улар 20 селтәр үреп ебәрә. Ялға ҡайтҡан башҡа ауылдаштарға ла ҡулдан килгәнсе ярҙам итәләр.
Роберт Урал улы иһә был селтәрҙәрҙең мөһимлеген, яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға индергән өлөшөн юғары баһаланы.
- Тәү сиратта улар беҙҙең хәүфеһеҙлекте тәьмин итә. Блиндаждарҙы, техниканы селтәр менән ҡаплайбыҙ. Улар алыҫтан күренмәй. Селтәрҙәр беҙгә гел кәрәк. Беҙҙең батальон ғына бер километрҙан ашыу селтәр ҡулланғандыр. Гуманитар ярҙам менән Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән килгән селтәрҙәрҙе ҡулландыҡ.
Ғөмүмән, ауылдаштарымдың ошондай берекмәгә тупланып, һалдаттарға ярҙам итергә ашығыуҙарын күреп һоҡланам, ғорурланам һәм улар алдында баш эйәм, - ти яугир.
Йыл башынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн шәмдәр эшләй башлағандар. Шәм эшләү серҙәренә әүҙемселәр башҡа ирекмәндәрҙән өйрәнә, һуңынан инде ауылдаштарына оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Ауылдаштары эшләгән шәмдәрҙе яугир юғары баһаланы һәм алғы һыҙыҡта уларҙың ни тиклем ярҙам иткәнен билдәләне.
- 2 – 3 шәм биш сәғәт дауамында яна ала. Улар төтөн сығармай. Ут яндыра алмаған мәлдә шул шәмдәрҙе тоҡандырып, кейемдәрҙе киптереп, бер аҙ йылынып алырға була, - ти ул.
Яугир ошо көндәрҙә кире хәрби хеҙмәт урынына юллана. Ауылдаштары, туғандары, хеҙмәттәштәре бер тоннанан ашыу гуманитар ярҙам йыйған.
- Ағайым һигеҙ ай хеҙмәттә булды. Ошо арауыҡ эсендә ярҙам ебәреп торҙоҡ. Әле иһә бөтә таныштар уның ҡайтҡанын ишетеп, ниндәй ярҙам кәрәклеген һораны. Күмәкләшеп төрлө йыһаздар алдыҡ, 200 шәм, 20-гә яҡын селтәр әҙерләнде. Хатта бер танышыбыҙ 10 килограмм ҡәһүә алып килеп бирҙе. Был егеттәрҙең кәйефен күтәреп ебәрер тип ышанам, - ти яугирҙең һеңлеһе Лилиә Урал ҡыҙы.
Ирекмәндәр араһындағы әүҙемселәрҙең береһе Шамил ағай Хәйруллин тураһына ла һөйләге килә. Шамил ағай был ойошмала “тәьмин итеүсе” ролен үтәй. Әле ул шәмдәр эшләү өсөн 60 тоҡ консерва һауыты алып килгән. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын фракцияларға айырыу заводтарының береһе менән һөйләшеп, шунан консерва банкалары алып килә ул. Банкалар ҡулды ҡырҡмаһын өсөн уларҙы бөгөргә тип махсус станок та эшләгән. Үҙе хәрби хеҙмәттә булған кеше булараҡ, егеттәрҙе тағы нимә менән ҡыуандырырға була тип уйлап йөрөй торғас, әмәлен дә уйлап тапҡан!
- Хәрби хеҙмәттә булғанда үҙемде иҫләйем: гел нимәлер ҡапҡылап алғы килә ине. Кәнфит иреүе бар, боҙолоуы бар тип был уйҙан кире ҡайттым да егеттәргә көнбағыш ҡыҙҙырып ебәрергә булдым. Стәрлетамаҡта көнбағыш сәскән дуҫтарым бар. Шуларҙан үҙ хаҡына тоҡлап көнбағыш алам да, ҡыҙҙырып, кисен ғаиләм менән ҡаптарға тултырабыҙ. Был эштә ейәнсәрҙәребеҙ ҙә ҡатнаша, - тип һөйләй Шамил ағай.
Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһында оҙаҡ йылдар инженер-технолог булып эшләгән, әле хаҡлы ялдағы Урал Варис улы Гәрәев – штабта йыһаздар һәм ҡорамалдар менән идара итә. Селтәр үреү өсөн ҡорамалдарҙы ла ул эшләп биргән, таҫма ҡырҡыу өсөн махсус станокты ла ҡорған.
- Ҡорамалды өйрәнеү өсөн Өфөгә махсус барып килдем. Әллә ни ауырлығы юҡ. Бер көн эсендә ҡороп бирҙем, - ти ҡул оҫтаһы.
Өфө районының Авдон ауылындағы штабтың эше тураһында тулыраҡ репортажды “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарында уҡығыҙ.
Айрат Нурмәхәмәтов фотолары.
Видео авторы: Таңсулпан Байтимерова.