Геройҙар дәүере
29 Февраль 2024, 03:00

130 дана миндек әҙерләгән

Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам итеүҙән туҡтамай.

130 дана миндек әҙерләгән130 дана миндек әҙерләгән
130 дана миндек әҙерләгән

Бөгөн республиканың һәр район, ҡала һәм ауыл халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итә.

Күптән түгел Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылынан эшҡыуар 70 дана банкаларҙа быҡтырылған ит оҙатһа, был юлы Фәнис Илембәтов 130 дана ҡайын миндеге ебәргән. Шулай уҡ ауыл халҡы аҡсалата ярҙам туплаған, яугирҙәргә кәрәкле-яраҡ, кейем-һалым йыйған. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары маскировкалау селтәрҙәрен үреүҙе дауам итә.

Хәйбулла районынан яҡташтарына гуманитар ылау яҡын көндәрҙә оҙатыласаҡ.

Фото: "Оло Әбеш - Айыҡ ауыл" төркөмөнән.

130 дана миндек әҙерләгән
130 дана миндек әҙерләгән
130 дана миндек әҙерләгән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас