Геройҙар дәүере
1 Март 2024, 13:50

Һалдаттарға хаттар яҙҙыҡ...

Яугирҙәргә һоҡланыу ҙа, ғорурлыҡ та сағыла уларҙа  

Һалдаттарға хаттар яҙҙыҡ...Һалдаттарға хаттар яҙҙыҡ...
Һалдаттарға хаттар яҙҙыҡ...

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ололар менән бер рәттән мәктәп уҡыусылары ла үҙ өлөшөн индерә. Улар тарафынан һалдаттарға  күпме хаттар оҙатылды икән... Ихлас күңелдән яҙылған хаттарға балаларҙың күңел йылылығы һалынған.  

Яугирҙәр менән бәйләнештә

Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы интернатына ялға ҡайтҡан яугирҙәр даими килеп тора.

–Балалар һалдаттар менән осрашыуҙы көтөп ала. Шуға уларға һорауҙары ла күп. Яугирҙәрҙе тыңлағанда  ҡайһы бер уҡыусыларҙың хатта күҙҙәре йәшләнеп китә.  Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан атайҙар ҙа осрашыуға ҙур теләк менән килә. “Матур уҡығыҙ, тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ” тип балаларға улар кәңәштәрен әйтә, – ти директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Зүлиә Исламова.

Уҡыусыларҙың хаттары ла даими оҙатылып тора. Башланғыс класс балалары күберәк үҙҙәренең тормоштарынан хәбәрҙәр яҙһа, өлкәнерәктәр яҙмаһында  һалдаттар менән ғорурланыу, уларға һоҡланыу хистәре сағыла.

–Хаттар ғына түгел, һүрәттәрҙе лә матур төшөрә беҙҙең гимназистар. Хәрби темаға арналған һүрәттәр, открыткалар ҙа байтаҡ юлланды. Шуныһы ҡыуаныслы, яугирҙәр беҙҙең балаларҙың хаттарын йәшәгән урындарында стеналарына элә, уларҙы уҡып рәхмәт әйтә. Уларҙың рәхмәт әйткән видеоларын тыңлау балаларҙың күңелен үҫтереп ебәрә. Уҡыусыларыбыҙҙың хаттарына шулай иғтибарлы булғандары өсөн һалдаттарға айырыуса ҙур рәхмәт, – тине уҡытыусы.

Хаттар яҙыу менән сикләнмәгән гимназия балалары. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр менән берлектә барлығы 250-ләп окоп шәмдәре яһағандар.  Шәмдәр дөрөҫ эшләнһен, һалдаттар файҙаһын күрһен, тип айырыуса балалар тырышҡан.

Бынан тыш йылы юрғандар, ойоҡбаштар, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡтар ебәреүҙә дәррәү ҡатнашалар.

 Хаттарында йөрәк йылыһы

2022 йылдан алып Илеш районы мәктәптәре “Һалдаттарға хат” акцияһына әүҙем ҡушылған. Тотош райондан хәҙер меңдән ашыу хат яу яландарына оҙатылған.

Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәп уҡыусылары ла хат яҙыуҙы  яуаплы итеп, күңел һалып башҡара. Был йола Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һаҡланыуын, ул ваҡытта ла тыуған яҡтан алған хат-хәбәр яугирҙәргә көс -дәрт биреүен аңлай йәш быуын.  

-Балалар яҙған хаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тыуған ерҙәренән изге хәбәр ҙә, тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт билдәһе лә. Уҡыусылар ябай ғына хат яҙһа ла, уларҙың һәр береһенә йылылыҡ, ихласлыҡ һалынған, – тип һөйләнеләр мәктәптә.

Һәр хатты уҡыған һайын уҡығы килә. Ғорурлыҡ та, һоҡланыу ҙа сағыла уларҙа. Мәҫәлән, VI “Б” класы уҡыусыһы Айбулат Ғайсиндың хатында түбәндәге юлдар бар: “Һаумы, ағай! Беҙҙең илебеҙҙе ҡыйыу рәүештә һаҡлағаның өсөн рәхмәт. Һинең менән ғорурланам! Һиңә тиҙерәк еңеү менән йортоңа, ғаиләңә, беҙҙең янға ҡайтыуыңды теләйем.  Һин – беҙҙең Геройыбыҙ!”.

VI “В” класынан Альбина Ғабдрахманованың хатының дауамы ла бик үҙенсәлекле булған. Альбина яҙған хат яҡташыбыҙға барып еткән һәм ул ялға ҡайтҡан сағында мәктәпкә килеп, яугирҙәргә рухи яҡтан терәк булған өсөн ҡыҙға иҫтәлекле бүләк биргән. Альбинаның хаты ла күңелгә үтеп инерлек: “Һаумы таныш булмаған һалдат! Үҙеңдең ғүмереңде лә йәлләмәй, илебеҙҙе һаҡлағаның өсөн һиңә ҙур рәхмәт! Һиңә ауыр икәнлеген дә беләм. Ләкин һин көслөһөң, ҡыйыуһың, шуға ауырлыҡтарға һынмауыңа ышанам” тигән юлдар бар хатта.

Акция үткәреү барышында мәктәп уҡыусылары тарафынан 300-ләп хат яҙылған. Улар барыһы ла гуманитар ылау менән оҙатылған.

 Ысын күңелдән

Ишембай районының мәктәп уҡыусылары ла махсус хәрби операция яугирҙәрен иғтибарҙан өҙмәй. Мәғариф бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2022 йылдың ноябренән алып районда “Һалдатҡа хат яҙ”, “Изгелек талисманы” акциялары, маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәрен эшләү, гуманитар ярҙам йыйыу саралары ойошторола.

Кинйәбулат урта мәктәбе директоры Шайморат Ғиниәтуллин әйтеүенсә,  һалдаттарға кәрәкле шәмдәр ҙә эшләнә, мендәр-юрғандар ҙа туплана. Ошондай әйберҙәргә балаларҙың ысын күңелдән яҙылған хаттары  һалына.

–Кинйәбулат урта мәктәбен тамамлаған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаш егеттәр байтаҡ. Мәктәп коллективы, уҡыусылар уларҙы һәр ваҡыт иҫтә тота, ярҙам өлөшөн индерә. “Яугирҙәргә хат”  акцияһында ла балалар дәррәү ҡатнаша. Яу яланындағы өлкән ағайҙарына кескәй генә йөрәктәренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен, теләктәрен белдерә. Махсус хәрби операция илебеҙ өсөн генә түгел, һәр беребеҙ өсөн дә һынау икәнен йәш быуын да яҡшы аңлай. Ошо ауырлыҡтарҙы берҙәм булғанда ғына еңә аласаҡбыҙ. Әле тағы ла бер ҙур маҡсат менән янып йәшәйбеҙ. Ошо көндәрҙә һалдаттарға һарыҡ йөнөнән билбауҙар эшләй башлайбыҙ. Бының өсөн һарыҡ йөнө йыйылды, эшләү ысулын да өйрәндек. Уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергәләп тотонорға ниәтләйбеҙ. Һалдаттарыбыҙҙың билдәре, тубыҡтары өшөмәһен өсөн был  яҡшы сара буласаҡ, – тине мәктәп директоры.

 

 Сәләмдәр – һалдаттарҙың кеҫәһендә

 

Һалдаттарға хат яҙыу акцияһында Бүздәк районының бер мәктәбе лә ситтә ҡалмаған.

Ҡаңны -Төркәй ауылының Хәким Ғиләжев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла яугирҙәргә рухи яҡтан да ныҡлы  терәк була белә. Мәктәп директоры Гөлзиә Әҙелгәрәева әйтеүенсә, ялға ҡайтҡан һалдаттар үҙҙәренең кеҫәләрендә Ҡаңны Төркәй уҡыусылары яҙған хаттарҙы йөрөтә.

–Махсус хәрби операция башланып, ауылыбыҙҙан тәүге шәхси посылкалар  әҙерләгәндә үк мәктәп уҡыусылары хаттар яҙып һалды.  Шунан башлап бәйләнеш өҙөлгәне юҡ.  Ауылдаш һалдаттарыбыҙ ялға ҡайтһа, мотлаҡ уларҙы мәктәпкә осрашыуҙарға саҡырабыҙ. Шул мәлдә улар балалар яҙған хаттарҙы кеҫәләрендә, талисман һымаҡ йөрәк түрҙәрендә йөрөтөүҙәре тураһында һөйләне. Был, әлбиттә, баланың күңелен үҫтереп ебәрә. Балаларҙың хаттарын да тыныс ҡына уҡып булмай.  “Яҡшы уҡырға тырышам, һеҙҙең кеүек илде һаҡлаусы булырға теләйем” тигән һүҙҙәрҙе лә күрергә мөмкин.   Яугирҙәр менән осрашыуҙарҙы уҡыусылар көтөп ала. Шуға һорауҙарҙың да  төрлөһөн яуҙыралар, – тип һөйләне мәктәп директоры.

Күмәк булғанда тауҙай эштәрҙе лә атҡарырға була. Уҡытыусылар, уҡыусылар, бергәләп күптән түгел  80-ләп окоп шәмдәре лә эшләгән. “Ил төкөрһә – күл була” тигәндәй, бүздәктәр яугирҙәргә ныҡлы тыл була белә.

Йәштән һалынған патриотик рух йылдар үткән һайын нығына бара. Көслө рухлылар тормош һынауҙары алдында ла юғалып ҡалмай.

Фотолар: мәктәп хакимиәтенән.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас