Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә йәш быуын да ихлас ярҙам итә. Ишембай районының Кинйәбулат урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары быға тиклем окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләһә, яңы ғына һарыҡ йөнөнән билбау эшләүгә тотондолар. Бының өсөн белгес саҡырып оҫталыҡ дәресен дә алалар. Уҡыусыларҙың күптәре беренсе тапҡыр тотонһа ла, ихлас күңелдән башҡарғас, эш ырамлы барған.
- Окоптарҙа саҡта һалдаттарыбыҙҙың билдәле, тубыҡтары өшөмәһен тип тырыштыҡ. Яугирҙәребеҙ билбауҙы алып һөйөнөр тип ышанабыҙ, - тине мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин.
Һалдаттарға нимә кәрәклеген алдан һорашып, һәр ваҡыт кәрәкле, файҙалы әйберҙәр генә әҙерләргә тырыша кинйәбулаттар.
Фото: мәктәп хакимиәтенән.