Геройҙар дәүере
1 Март 2024, 10:00

“Ирем һуғышта һәләк булды. Миңә артабан нисек йәшәргә?”

Психолог кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. 

“Ирем һуғышта һәләк булды. Миңә артабан нисек йәшәргә?”“Ирем һуғышта һәләк булды. Миңә артабан нисек йәшәргә?”
“Ирем һуғышта һәләк булды. Миңә артабан нисек йәшәргә?”

“Ирем МХО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты ла, беҙҙең менән һөйләшмәй. Ни эшләргә”? “Һуғышта ирем һәләк булды. Миңә артабан нисек йәшәргә”? “Улым инвалид булып ҡайтты ла, эсә башланы. Уның менән үҙемде нисек тоторға”?

Рәсәйҙең армияһы иҫ киткес ҡәүәтле, был бәхәсһеҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ҡорбандарһыҙ, йәрәхәттәрһеҙ булмай шул. Төрлө йәрәхәттәр алып ҡайтҡан яугирҙәргә лә, яҡынын ерләгән ғаилә ағзаларына ла еңел түгел. Ошондай осраҡта психологтар ярҙамға килә. Беҙҙең халыҡ үҙ проблемаһы менән был белгестәргә йөрөргә күнекмәһә лә, һуңғы йылдарҙа бындай мөрәжәғәттәр арта башланы. Был яҙмала гәзит уҡыусыларын тап ошо йүнәлеш буйынса – яугирҙәр һәм уларҙың юғалтыу кисергән ғаиләләре менән эшләгән белгес менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – Елена Елеусизовна КАРПОВА. Республика клиник психотерапия үҙәгендә психологик диагностика һәм коррекция бүлексәһе мөдире үҙенең төп эшенән тыш ошондай категория кешеләр менән дә шөғөлләнә.

– Һеҙ был һөнәргә нисек килеп эләктегеҙ?

– Мин сығышым менән Ҡаҙағстандан. Ирем хәрби кеше, уның хеҙмәте буйынса Башҡортостанға килеп төпләндек. Тәүге һөнәрем буйынса фортепиано уҡытыусыһы һәм концертмейстр инем, әммә был йүнәлеш буйынса эш таба алмағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында педагог-психолог һөнәрен үҙләштерҙем. Тәүҙә балалар баҡсаһында психолог, һуңынан “Ғаилә” үҙәгенә күстем, артабан “Индиго” үҙәгендә ышаныс телефоны бүлеге начальнигы булдым. Ул саҡта башлыса балалар менән эш иттем. 2020 йылда Мәскәүҙә клиник психология белгеслеге буйынса уҡыу йорто тамамланым. Был йүнәлеш күпкә ҡыҙыҡлыраҡ кеүек тойолдо.

– Ни өсөн тап яугирҙәр менән эшләргә ҡарар иттегеҙ?

– Республикала “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы асылғас, фонд республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү төҙөп, беҙҙең үҙәк психологтарын унда сиратлап дежурға ебәрә башланы. Бының өсөн тиҙ арала махсус курстар үттек, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләһе менән нисек эшләргә өйрәндек. Бының үҙ техникалары бар. Көн һайын 6-8 кеше килә, беҙҙең ярҙамға можтажлыҡ бар.

Тәүҙә беренсел анамнез йыябыҙ ҙа, пациенттың хәленә ҡарап, ҡарар ҡабул ителә. Әгәр киҫкен икән, уны үҙәккә йүнәлтәбеҙ. Бында иһә ысын дауалау башлана. Уны йә көндөҙгө стационарға билдәләйбеҙ, йә килеп йөрөп дауалана. Кеше үҙен нисек кенә көслөмөн тип иҫәпләмәһен, уға психологик ярҙам талап ителә. Айырыуса, был һуғышҡа бәйле булһа. Һуғыш – ул стресс. Һәүетемсә тормоштан ҡапыл ҡурҡыныс мөхиткә барып эләгәһең. Яҡынын ебәргән кешеләргә лә еңел түгел, борсолоу арта, хәүефләнә, насар уйҙар килә башлай. Иң мөһиме кеше үҙе килергә һәм ярҙам алырға теләге булһын.

– Башлыса кемдәр килә: яугирҙәр үҙҙәреме, әллә ҡатындары, балалары, әсәләре?

– Дөрөҫөн әйткәндә, бөтәһе лә. Шулай уҡ атайҙар ҙа, апайҙары ла йөрөй. Һәр кеше стрессты үҙенсә кисерә бит. Яҡын кеше өсөн борсолоу ҙа төрлөсә сағыла.

– Яугирҙең атаһы килә тигәнегеҙ бер аҙ ғәжәпләндерҙе. Беҙҙең ирҙәр бит ныҡ булып өйрәнгән... Имеш уларға психолог ярҙамы кәрәк түгел...

– Кәрәк шул. Ауыр осор кисергән һәр кемгә ярҙам талап ителә. Эйе, һирәкләп булһа ла атайҙар ҙа килә. Уларға айырыуса ауыр. Ир кешенең улы һуғыш яланында һәләк булһа, улар нәҫелем ебе өҙөлдө тип борсола. Атай кешенең һыныуы бар. Ә нимәһе насар? Беҙҙең ир-аттар рациональ кешеләр, улар хис-тойғоларын күрһәтеп бармай. Ҡайғыны эстән кисерә, янып-көйә. Был үҙе өсөн бик насар. Эмоциялар нисек булһа ла сығырға тейеш. Ир-ат иламай тиҙәр, ныҡ булырға тейеш. Ә бит илау... ул көслөлөк билдәһе. Сөнки һин ҡайғырғаныңды, һиңә ҡыйын икәнен күрһәтә алаһың. Шуға ир-аттар ҙа илаһын, үҙендә тотмаһын ине. Илай белеү һәйбәт ул.

– Ярҙам һорап ирен юғалтҡан, балалары менән тол ҡалған ҡатын килде, ти. Уларға ниндәй ярҙам күрһәтәһегеҙ? Бәлки кәңәштәрегеҙ барҙыр.

– Балалы килеш тол ҡалған ҡатындарға еңел түгел, әлбиттә. Уның башында: яңғыҙым ҡалдым, балаларымды үҙемә үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тигән уйҙар ҡайнай. Һәм улар... балалары хаҡына ҡайғырмаҫҡа тырыша. Бындай ҡатындар иламай. Илаһа ла, күрһәтмәй. Илап, ҡайғырып балаларымды ҡурҡытмайым, үҙемә нисек кенә ауыр булһа ла, сабыйҙарҙы ҡайғыға һалмайым тип уйлайҙар. Һәм был дөрөҫ түгел. Хатта насар күренеш. Балалар аптырап ҡала: атай үлде, ә әсәй иламай, хатта йылмайып маташа. Тимәк миңә лә иларға ярамаймы? Илау насармы? Илағанды күрһәтмәгәс, башҡа эмоцияларҙы ла йәшерергә кәрәкме? Баланың башы бутала. Ул фантазиялар донъяһында йәшәй башлай.

Бындай ҡатындар менән беҙ уларҙың эмоциональ интеллектын үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бала бәләкәйҙән ҡайғының, шатлыҡтың, асыуҙың, агрессияның һәм башҡа хистәрҙең нимә икәнлеген аныҡ белеп үҫергә тейеш. Балағыҙ һөйләшә башланы икән, уның менән бар проблемалар тураһында һөйләшергә, йәшермәҫкә кәрәк.

– Балаға нисә йәштән “атайың үлде” тип әйтергә ярай? Ғөмүмән, нисек дөрөҫ итеп бала менән бергә ҡайғы кисерергә?

– Иң мөһиме, йәшермәгеҙ. Ғаиләлә нимәлер булғанын, ниндәйҙер ҡайғы килгәнен бала һеҙгә ҡарап һиҙеп тора. Ә йәшерһәгеҙ, уның үрҙә әйткәнемсә башы буталасаҡ. Кешеләр килә, шым ғына илай, аят кеүек ритуал саралар үтә, ә әсәй көлә, барыһы ла яҡшы тип күрһәтергә тырыша. Һөйләшә, аң инә башлаған бала ғаиләгә ҡайғы килгәнен белергә тейеш. Эйе, ҡурҡыныс, эйе, еңел түгел. Бала ниндәй реакция күрһәтер, нисек ҡабул итер тип ҡурҡа әсәй. Кәрәк булһа, беҙ өлкәндәрҙе быға ла өйрәтәбеҙ, махсус әҙәбиәт бар. Әсәй кеше әйтергә тейеш: “Атайығыҙ һәләк булды. Ул һине, мине, яҡындарҙы дошмандан һаҡланы. Ул – герой. Уның менән ғорурланырға кәрәк. Уны онотмайыҡ. Мин атайығыҙҙы яраттым һәм юғалтҡас, ҡайғырам. Әйҙә бергә ҡайғырайыҡ”. Балағыҙ менән бергә фотолар, видеолар ҡарағыҙ, белгән кешеләр уның тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашһын. “Атай һәләк булһа ла, ул беҙҙең янда, хәтер мәңгелек. Ул һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә”, – тип аңлатығыҙ.

Балағыҙ үҫмер икән, ул барыһын да үҙе аңлаясаҡ. Тик улар менән дә дөрөҫ һөйләшергә кәрәк. Үҫмерҙәр күсмә осорҙа хисле була, күңеленә ауыр ҡабул итәләр. Ябылыуҙары, “янымдан кит, яңғыҙымды ҡалдыр” тип әйтеүҙәре бар. Юҡ, ҙур ҡайғы менән уны яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Нисек кенә үҙаллы, мин үҫкән тип әйтергә тырышһа ла, ул һеҙҙең балағыҙ, күңеле шул уҡ. Ни бары организмында барған химик реакциялар, үҫеү үҙенсәлектәре арҡаһында ғына ул үҙен шулай тота. Әйткәндәй, 15 йәштән һүң үҫмерҙәр беҙгә үҙҙәре лә килә һәм проблемалары менән уртаҡлаша ала.

– Ҡатындар көслө булырға тырыша, тиһегеҙ. Илағандары юҡмы ни?

– Әлбиттә бар, илайҙар. Илайҙар ҙа бының өсөн ғәфү үтенәләр. Кәңәш шул: илай алғансы илағыҙ. Шул саҡта күңелдәге ауырлыҡ яйлап сығасаҡ. Һүҙ ҙә юҡ, яҡын кешене юғалтыу еңел түгел. Иҫкә төшкән һайын ҡыйын, күҙгә йәштәр тығыла, һағынаһың, юҡһынаһың. Был осорҙо шулай үткәреп ебәрер кәрәк, эстә тотмаҫҡа, сығарырға.

– Балаһын юғалтҡан әсәйҙәр менән нисек эшләйһегеҙ?

– Шундай уҡ эш. Ҡатын менән янында ире бармы-юҡмы? Әгәр ире бар икән, уларға ҡайғыны бергә кисереү еңелерәк, бер-береһенә ярҙам итәсәктәр. Ә яңғыҙ ҡалһалар ауырыраҡ. Был саҡта, яҡындары, туғандары, башҡа балалары менән бергә булырға кәрәк. Ярҙам һорағыҙ, аралашығыҙ тибеҙ. Кәңәш шундай: йәмәғәт эшенә йәлеп ителергә, шундай уҡ балаларын юғалтҡан кешеләр менән берләшергә була. Һалдат әсәләре комитеттары һәм башҡа ойошмалар күп хәҙер. Һеҙ – герой әсәһе, ғорурлыҡ менән йәшәргә, башҡаларға ярҙам итергә тырышығыҙ тибеҙ.

– Яугирҙәр үҙҙәре мөрәжәғәт итәме?

– Әлбиттә. Тәү сиратта беҙҙең ярҙам уларға йүнәлтелгән дә. Контузия алған яугирҙәр ысынбарлыҡ тойғоһон юғалта, үҙен бында, тыныс тормошта түгел, ә тегендә, һуғышта тип уйлай. Был саҡта янында булған кешеләр тәүге ярҙамды күрһәтергә, тынысландырырға тейеш. “Уң яҡҡа ҡара, нимә күрәһең? Ә һулда? Ә артыңда? Күрәһеңме, барыһы ла тыныс, беҙ өйҙә, бында һуғыш юҡ” тиһең һәм ул яйлап ысынбарлыҡҡа ҡайта. Ғөмүмән, бындай яугирҙәрҙең туғандары уларҙы беҙгә килтерә һәм уларға стационар дауаһы тәҡдим ителә.

– Ауыр йәрәхәттәр алып ҡайтҡандар, инвалид булып ҡалғандар ҙа килә...

– Килә. Ҡулын, аяғын, башҡа ағзаһын юғалтҡан кешегә психолог менән һөйләшеү генә етмәй. Улар тәү сиратта физик яҡтан реабилитация үтергә тейеш, бында башҡараҡ специфика. Ә беҙ тәне менән бергә күңелен дә дауаларға тырышабыҙ. Бында янындағы кешенең, айырыуса ҡатынының мөнәсәбәте, ҡарашы мөһим. Эйе, ул ауыр йәрәхәт алған, уға ауыр. Тик ул бит ҡайтҡан. Һинең яныңа ҡайтҡан, иң мөһиме ул тере, ул – герой. Ирең үҙе булып ҡала. Артабан бергә балалар үҫтерергә, донъя көтөргә кәрәк. Әгәр теләге булһа, кешеләр араһына сыҡһын, патриотик, тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашһын. Юҡ икән, көсләмәгеҙ. “Теләмәйем” тигәнен ишетегеҙ.

– Тағы бер проблема: ир ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайта, ә ғаиләлә һөйләшер тема юҡ. Әрләшәләр, ир эсә башлай, ҡатын үпкәләй...

– Адаптация процесы үтергә тейеш. Оҙайлы ваҡыт күрешмәгәс, онотола башлай. Ир үҙ уйҙарына бикләнә, ҡатын үпкәләй, илай. Нисек кенә булмаһын, бында төп роль ҡатын-ҡыҙҙа. Элек тыныс тормошта нимә эшләргә яратҡанһығыҙ, иҫкә төшөрөгөҙ. Бергә ял итегеҙ, яратҡан урындарға барығыҙ, яҡындар менән осрашығыҙ. Уның насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаһын. Ярҙам һорағыҙ, көнкүреш тормошто элеккесә алып барырға тырышығыҙ. Иң мөһиме, ҡатын-ҡыҙ конфликтҡа бармаһын. Йомшаҡлыҡ, наҙ менән алығыҙ. Ул бит ике аҙнаға ғына ҡайтҡан. Киткәс, үпкәләп, ауыр тойғолар менән ултырып ҡалғансы, матур хәтирәләр булдырығыҙ һәм һәйбәт нәмәләр тураһында уйлағыҙ. Ирегеҙ һуғыштағы ауыр мәлдәрҙе һөйләй икән, тыңлағыҙ. Балалар ҙа үҙҙәрен элеккесә тотһон, атаһынан ярҙам һораһын.

– Махсус хәрби операция дауам итә. Ирҙәр үҙ бурысын үтәй. Көткән кешегә: ҡатындарына, әсәләренә ни эшләргә?

– Көтәргә. Иң мөһиме, ҡатын-ҡыҙ үҙе булып ҡалһын. Үҙенә ваҡыт бүлһен, ғәҙәти эштәрен башҡарһын. Йәшәргә һәм ышанырға: барыһы ла яҡшы буласаҡ. Ирем герой булып иҫән-һау ҡайтасаҡ. Яҡшы уйҙар уйлап булмаһа – психологтарға мөрәжәғәт итергә. Һуғыштан һәр кем ҡурҡа, был тәбиғи. Сөнки унда үлем. Ә кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе, иң ҙур бүләк ул ғүмер! Һәр кемдең йәшәгеһе килә. Ә бына был тормошто ҡурҡып, илап, шомланып йәшәргәме, әллә киреһенсә, яҡшыға өмөтләнеп, күңелле итеп үткәрергәме? Һәр кемдең үҙенән тора!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас