Геройҙар дәүере
1 Март 2024, 12:00

Көнөнә - бер пар ойоҡбаш

Күгәрсен районының Исем ауылынан Рәшиҙә  Хәмзина бер айҙа яугирҙәргә 30 пар йөн ойоҡбаш бәйләгән!

Көнөнә  - бер пар ойоҡбашКөнөнә  - бер пар ойоҡбаш
Көнөнә - бер пар ойоҡбаш

Был хаҡта Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин үҙенең "Бәйләнештә"ге схифәһендә хәбәр иткән. Рәшиҙә Хәмзина бер айҙа 30 пар йөн ойоҡбаш бәйләгән, тимәк көнөнә - берешәр пар!

"Рәшиҙә апай ғүмер буйы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Уның улы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, шуға күрә ул, һис шикһеҙ, беҙҙең һалдаттарға ярҙам итергә ҡарар иткән. Һеҙгә һәм һеҙҙең ҡулдарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, Рәшиҙә апай! Һеҙ бәйләгән ойоҡбаш балаларыбыҙҙы йылытһын! "– тип яҙған  район хакимиәте башлығы.

Афарин, Рәшиҙә инәй! Күңел һалып бәйләгән йылы йөн ойоҡбаштар яугирҙәрҙең аяҡтарын йылытһын, тиҙерәк еңеүгә көс өҫтәһен!

Фото: Марат Исҡужиндең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Көнөнә  - бер пар ойоҡбаш
Көнөнә - бер пар ойоҡбаш
Автор:Карима Усманова
Читайте нас