28 февралдә Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡасабаһына сираттағы гуманитар ылау килде.
Йөк составында юлһыҙ урында ла үтә торған машиналар, запас частар, шәхси посылкалар, төҙөлөш материалдары һәм тепловизорҙар, квадрокоптерҙар, рациялар, төндә күреү приборҙары һымаҡ заманса ҡорамалдар бар. Был ылау Башҡортостандан хеҙмәт итеүсе Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре хәрбиҙәре, Росгвардияның башҡорт батальондары яугирҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Һалдаттар алдында “Каруанһарай” музыкаль коллективының артистары ла сығыш яһаны.
Автор фотоһы.