Геройҙар дәүере
5 Март 2024, 13:00

Балаларҙың бүләктәре күңелде йылыта

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылына эш сәфәре менән барғаныбыҙҙа урындағы мәктәпкә “Физик” позывнойлы яугир ҡунаҡҡа килгән ине...

Балаларҙың бүләктәре күңелде йылытаБалаларҙың бүләктәре күңелде йылыта
Балаларҙың бүләктәре күңелде йылыта

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылына эш сәфәре менән барғаныбыҙҙа урындағы мәктәпкә “Физик” позывнойлы яугир ҡунаҡҡа килгән ине. Ул махсус хәрби операцияға юлланғансы ошо мәктәптә физиканан уҡытҡан. Ил именлеге һағына баҫыуына апрелдә бер йыл була.

– "Физик" – беҙҙең күҙ алдында үҫкән егет. Мәктәп уҡығанда тәртипле булды, яҡшы уҡыны. Олокүл мәктәбен тамамлағас, физик-математик һөнәренә эйә булып, Бәләбәйҙә эшләп алды, унан инде туған мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайтты. Бик төплө, ышаныслы ир-егет, – тип таныштырҙы беҙҙе яугир менән Олокүл мәктәбе директоры Рөстәм Рәшит улы Батталов.

Коллегалары “Физик”ты электән үк етди характерлы, илһөйәр рухлы булыуы менән айырылып тороуын билдәләне. Шуға күрә махсус хәрби операцияға юлланырға теләк белдереп, Даян Мурзин исемендәге батальонға яҙылғас, быны ысын ир-егеттең ныҡлы уйланылған ҡарары тип ҡабул итәләр.

– Коллегабыҙ менән һәр ваҡыт бәйләнештәбеҙ. Һәр ваҡыт ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ, – ти мәктәп директоры.

Уларҙың батальоны Һамар өлкәһендәге Рощинский ҡасабаһында әҙерлек үткән мәлдә тотош мәктәп коллективы, яугирҙең дуҫтары менән аҡса йыйып, 70 мең һумға алыҫтан күрһәтеүсе бинокль һатып алып биргәндәр. Шулай уҡ берҙәм көс менән квадрокоптер ҙа һатып алып ебәргәндәр. Был изге эшкә балалар ҙа ҙур өлөш индергән – улар мәктәптә йәрминкә үткәреп, йыйылған аҡсаны ҡушҡан. Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар яугирҙең әсәһен дә иғтибарҙан өҙмәй, ярҙам итеп тора.

“Физик” үҙе лә коллегалары һәм уҡыусылары менән даими бәйләнеш тоторға тырыша. Әле был юлы ла, ялға ҡайтыу менән, балалар менән осрашыуға ашҡынып килеп еткән. Ул бәләкәстәргә: “Тырышып уҡығыҙ, яҡшы кеше булып үҫегеҙ. Һеҙ ебәргән хаттар, открыткалар, бүләктәр беҙҙең күңелдәрҙе йылыта”, – тине. Башланғыс класс уҡыусылары төркөм-төркөм булып, яугир янына килеп, уға үҙҙәре эшләгән ҡул эштәрен,  бетеүҙәрҙе, хат һәм открыткаларҙы тапшырҙы. “Физик” уларҙы оло ихласлыҡ менән ҡабул итеп, яуҙаштарына таратасағы тураһында әйтте. Коллегалары ла, балалар ҙа уҡытыусыға изге теләктәрен еткерҙе, тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтып, эшкә килеүен теләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Автор фотолары.

Балаларҙың бүләктәре күңелде йылыта
Балаларҙың бүләктәре күңелде йылыта
Балаларҙың бүләктәре күңелде йылыта
Балаларҙың бүләктәре күңелде йылыта
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас