Бишбүләк районы егете, “Йети” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан арала район гәзите хәбәрсеһе менән осрашырға өлгөргән. Яугир яҡташтары менән осрашыуға бик шат.
–Был минең икенсе 22 көнлөк ялым. Быныһы уңышлы булды, байрам көндәренә тап килде. Ҡыҙым Раминаның өс йәшен билдәләнек. Уны бигерәк һағынғайным, ҡатыным Заринаны ла... Һине өйҙә һағынып көтөүҙәре һәм яратыуҙары көс бирә һәм Ватанды яҡлаусы булараҡ ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
Мобилизацияға тиклем Октябрьский нефть колледжында операторлыҡҡа уҡыным. Когалымда вахта ысулы менән эшләнем, шул осорҙа Айыт ауылының һылыуына өйләнергә өлгөрҙөм. Осрашыуыбыҙ ҙа ҡыҙыҡ булды. Хоккей уйнағанда таныштыҡ. Ул районда егеттәр менән хоккей уйнаған берҙән-бер ҡыҙ ине.Шайбаларҙы оҫта ырғытыуы менән ғәжәпкә ҡалдырҙы. Аҙаҡ яҙын һәм йәйен көн һайын велосипедта Айыт ауылына уның менән күрешеү өсөн йөрөнөм. Шулай уның йөрәген яуларға тура килде.
Армияға тиклем бокс, кикбоксинг менән шөғөлләндем. Армия хеҙмәтенә ҙур теләк менән барҙым, атайымдың Совет армияһында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе лә йоғонто яһағандыр. Минең дә десантсы булғым килде.
Мин – пулеметсы.Беҙҙең окоп һәм блиндаждар алғы һыҙыҡҡа бик яҡын, ҡул һонорлоҡ арала ғына. Дошмандың оборона нығытмалары күҙ алдында.Беҙ - барыбыҙ ҙа яҡташтар, бергәләп ашарға әҙерләйбеҙ, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итәбеҙ.Өйҙән килгән хәбәрҙәргә, республикабыҙҙың гуманитар ярҙамына шатланабыҙ. Беҙ райондаштарыбыҙҙың ышанысын аҡларға тырышасаҡбыҙ, мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!– тине “Йети”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.