Геройҙар дәүере
7 Март 2024, 06:00

Һалдаттар ваҡ бәлеш ашаясаҡ

Уңған ҡатын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 1200 ваҡ бәлеш һәм пирожный ебәреүҙе ойошторған.

Һалдаттар ваҡ бәлеш ашаясаҡҺалдаттар ваҡ бәлеш ашаясаҡ
Һалдаттар ваҡ бәлеш ашаясаҡ

Нефтекаманан Зинифа Үмәрбаева махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 1 мең 200 ваҡ бәлеш һәм «Ҡырмыҫҡа иләүе» пирожныйын ебәреүҙе ойошторған. Билдәле булыуынса, ҡамыр ризыҡтары юлда боҙолмаһын өсөн тәүҙә уларҙы туңдырып алғандар.

«Беҙ яугирҙәр аҙ ғына булһа ла өй йылыһын тойһон өсөн тырыштыҡ. Ир-егеттәребеҙҙең тиҙерәк иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ», - тигән уңған ҡатын.

Әйткәндәй, республиканың һәр район, ауыл һәм ҡалаларҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары әленән-әле яугирҙәргә сәксәк, сөсө икмәк, күмәстәр, бишбармаҡ һәм башҡа өй ризыҡтары ебәрә. Был хаҡта беҙ ҙә үҙебеҙҙең гәзит сайтында даими таныштырып барабыҙ.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23233/

Һалдаттар ваҡ бәлеш ашаясаҡ
Һалдаттар ваҡ бәлеш ашаясаҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас