Геройҙар дәүере
8 Март 2024, 10:00

“Мин иҫән!”

Тормош ҡәҙере юғары булған ерҙә йәшәү ҡиммәттәре алмашына, яҡындарыңды нығыраҡ баһалай башлайһың,– ти “Бармаш".

“Мин иҫән!”“Мин иҫән!”
“Мин иҫән!”

“Бармаш” позывнойлы яугиргә 44 йәш, ике ҡыҙы, ҡатыны бар. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем  һаҡсылар структураһында эшләгән.  2022 йылда ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция зонаһына китә.  Өлгө алырлыҡ туғандары бар уның. Өс бер туған ағаһы төрлө “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булып, өс “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған, һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән, тип яҙа “Выбор” гәзите.

2022 йылдың апрелендә яугирҙе биш көнлөк казактар лагерынан һуң Луганск Халыҡ Республикаһының Кировск ҡалаһына, ә иртәгәһенә хәрби позицияға ебәрәләр. Дошман позицияларын минометтар менән эшкәртәләр.Расчеттағы дүрт кеше, бынан тыш,ҡоралды таҙартырға, майларға, алышҡа әҙерләргә тейеш була.

–Ул саҡта контрактты ике айға ла төҙөргә була ине. Ул тамамланғас, өйгә ҡайттым һәм яңынан китергә булдым. Икенсе “шайморатовсылар” батальонына эләктем. Ырымбур өлкәһендә ике айға тиклем хәрби әҙерлек үттек. Бына тигән инструкторҙар эшләне, күп нәмәгә өйрәндем. Минең хәрби профессиям –наводчик, БМП-1 операторы. Көнө буйы окоптар ҡаҙҙыҡ, ағас тамырҙары ныҡ ҡамасаулай торғайны, ә балта-көрәк етешмәй. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, бер туғандай эшләнек, - ти “Бармаш”.

Һуғышта ниҙәр генә булмай!  Яңғылышлыҡтар ҙа булғылай. “Бармаш” менән дә шундай хәл килеп тыуа.”Һеҙҙең ирегеҙ Ватанды батырҙарса һаҡлап, геройҙарса һәләк булды... Һеҙгә ныҡ булыуығыҙ, аҡылығыҙ һәм ярата белеүсе йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт”,– был һүҙҙәрҙе яугирҙең ҡатыны яттан белә. Оло ҡайғыны  ғаиләгә кисереүе бик ауыр була. Ә өсөнсө көндә ҡатыны иренең:” Мин иҫән! Һинең менән һөйләшәм”, тигән һүҙҙәрен ишетә.

–2023 йылдың 23 майында ҡаты бәрелештәр барған Новочеркасск районында инек. 15 августа ҡаты контузия алдым, әйтеүҙәренсә, йөрәк туҡталған, реанимация саралары үткәргәндәр. Ике ай госпиталдә яттым.

Төрлө һуғыш хәтирәләре иҫкә төшә.  Тәүлек буйы снарядтар шартлауы аҫтында ятаһың. Кискә табан  күңел болғана, баш әйләнә башлай. Төндә томан төшә, атыш туҡтала. Аҫтыңда – плащ-палатка, баш осоңда – маскировкалау өсөн ағас ботаҡтары. Кофе ҡайнатырға, тушенка йылытырға, өс сәғәт тирәһе йоҡлап алырға була.Ҡайһы саҡ өсәр көн ашамаған ваҡыттар ҙа булды. Дошмандар араһында наемниктар күп, ҡара кейемдәге поляктарҙы күрҙек.Урыны менән окоптар араһындағы ара 300 метрҙан да артмай. Украина хәрбиҙәре беҙгә бирелергә ҡуша.Беҙҙекеләр:”Рустар бирелмәй!”- тип яуаплай.Бер окопта йәшәгән һалдат һинең дуҫыңа әүерелә.Тормош ҡәҙере юғары булған ерҙә йәшәү күрһәткестәре алмашына, яҡындарыңды нығыраҡ баһалай башлайһың,– тип уй-хистәре менән уртаҡлаша “Бармаш”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

 Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2024-03-05/ya-zhivoy-eti-slova-pervymi-skazal-zhene-boets-s-pozyvnym-barmash-3670580

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас