Геройҙар дәүере
13 Март 2024, 15:00

Алмас менән сикһеҙ  ғорурланабыҙ!

 Егет иртә ата-әсәһеҙ ҡалды, әммә был хәл башҡалар өсөн өлгө булырға ҡамасауламаны, тип яҙа район башлығы.  

Алмас менән сикһеҙ  ғорурланабыҙ!Алмас менән сикһеҙ  ғорурланабыҙ!
Алмас менән сикһеҙ  ғорурланабыҙ!

Беҙҙең яҡташыбыҙ, Ҡариҙел районының Комсомол ауылы егете Алмас Ямғуров ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн  “Батырлыҡ өсөн” миҙалы  менән наградланды. Был - уның өсөнсө наградаһы. Элек махсус хәрби операция зонаһындағы батырлығы Ҡаһарманлыҡ ордены һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән билдәләнгәйне. Беҙ уның менән сикһеҙ  ғорурланабыҙ һәм уға һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләйбеҙ, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.

Район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин социаль селтәрҙәге битендә батыр яҡташы тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләгән.

“11-се класты тамамлағас та Алмас армияға китте, хеҙмәттән һуң  махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләп, контракт төҙөнө. Егет иртә ата-әсәһеҙ ҡалды, әммә был хәл башҡалар өсөн өлгө булырға ҡамасауламаны. Уның үткер ҡарашы һәм тәүәккәллеге юлда осраған бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығасағы хаҡында һөйләй. Алмас баҫалҡы һәм тотанаҡлы егет, илдең мәнфәғәттәрен һаҡлауҙа ҡыйыу торған һәм башҡаларҙы көслө булырға илһамландырған яугир. Алмас, беҙ һине еңеү менән көтәбеҙ!”

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

 

 Фото: https://karaidel.site/

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас