Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай концерт-театр берекмәһенән махсус хәрби операцияға тиҫтәнән ашыу ир-егет алынғайны. Улар араһында талантлы йәш бейеүсе «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет артисы Данир Хәмзин да бар. Ошо көндәрҙә яугир ваҡытлыса ялға ҡайтты һәм һөйгән ҡыҙы менән никах уҡытты.
Данир менән Гүзәлиәне тормоштарындағы иң иҫтәлекле көндәре менән ҡотлайбыҙ һәм сикһеҙ һөйөү теләйбеҙ! Тиҙерәк һуғыш тамамланып, яугирҙең һәм бөтә ир-егеттәребеҙҙең еңеү яулап, имен-һау, теүәл тиҙерәк ҡайтыуҙарын, тыныслыҡ, имен тормош теләйбеҙ!
Фото: Сибай концерт- театр берекмәһе төркөмөнән.