Геройҙар дәүере
19 Март 2024, 12:00

Был тормоштоң бөтә матурлығын бында килгәс кенә аңланым...

Шиғыр күңелдә һағыш, йәлләү менән бергә ил именлеге һағына баҫҡан батыр ир-егеттәребеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре уята.

Был тормоштоң бөтә матурлығын бында килгәс кенә аңланым...Был тормоштоң бөтә матурлығын бында килгәс кенә аңланым...
Был тормоштоң бөтә матурлығын бында килгәс кенә аңланым...

Татарстандан билдәле блогер, шағир Рүзәл Минһажев махсус хәрби операция барған зонала бер нисә тапҡыр булып ҡайтҡан. Рүзәлде күптәр "Игелеккә бер аҙым" хәрәкәтен етәкләүсе булараҡ та белә. Ул яугирҙәргә ярҙам йыйыу эшен даими ойоштороп тора. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Рүзәл Минһажевтың махсус хәрби операция яугирҙәренә арнаған шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Шиғыр күңелдә һағыш, йәлләү менән бергә ил именлеге һағына баҫҡан батыр ир-егеттәребеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре лә уята.

 

Мин һағындым тынлыҡ тауышын...

Ҡояш нуры үтеп керә алмаҫ,

Ел дә иҫмәҫ хатта ул яҡтан...

Керпек ҡаҡмай хәбәр көтәһегеҙҙер,

Ут эсендә ҡалған һалдаттан...

 

Мин әлегә иҫән, яраландым,

Тик хәбәргә сыға алманым...

Был тормоштоң бөтә матурлығын

Бында килгәс кенә аңланым...

 

Бер туҡтауһыҙ атыш тауышына

Нисек түҙәлер ул – ер әсә...

Был ерҙәр бит шишмә һыуын түгел,

Гөрләүектәй аҡҡан - ҡан эсә...

 

Ямғыр кеүек йәҙрә яуған саҡта

Күккә ҡарап үтенеп һорайым:

"Йә Раббым,

Был упҡында ҡалдым яңғыҙым,

Йән дуҫтарымды күп юғалттым...

 

Әле беҙҙең күрәһеләр алда,

Күрәһе бар яҙмыш ҡушҡанды...

Доғам менән дуҫты терелтәмен,

Доғам менән еңәм дошманды...

 

Мин оноттом... алһыу таң атышын,

Мин һағындым тынлыҡ тауышын...

Өмөт осҡондарын ҡулға тотоп,

Ут эсенә кереп барышым...

 

Тормош ағыштарын көйләр өсөн,

Матурлыҡты күреп һөйләр өсөн

Иҫән ҡайтыу беҙгә бик кәрәк...

Иҫән ҡайтыу беҙгә бик кәрәк!"

 

Фото: Рүзәл Минһажевтың шәхси архивынан. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас