Унда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе яугир-яҡташтарҙың ҡаҙаныштарын билдәләне, һәләк булған яугирҙәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Бөгөн беҙ ысын геройҙарға, Ватандың ҡыйыу һаҡсыларына хөрмәт күрһәтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең яугирҙәр туғандаш Донбасстағы балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм ҡарттарҙы яҡлап сыҡты. Уларҙың исемдәре илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың батырлыҡ тураһындағы тарихына мәңгелеккә яҙылды. Һәләк булған Рәсәй яугирҙәренә мәңгелек дан, мәңгелек хәтер!
Республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Шулай уҡ сарала Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, геройҙарҙың, атап әйткәндә, Андрей Мигуновтың, Олег Маленковтың, Игорь Никитиндың, Дим Шәриповтың батырлыҡтары тураһында һөйләнеләр.
Геройҙарҙың туғандарына наградаларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru