Геройҙар дәүере
22 Март 2024, 10:00

Байназарҙар алғы һыҙыҡҡа мунса оҙата

Бөрйән районы халҡынан яугирҙәргә сираттағы ылау әҙер.

Байназарҙар алғы һыҙыҡҡа мунса оҙатаБайназарҙар алғы һыҙыҡҡа мунса оҙата
Байназарҙар алғы һыҙыҡҡа мунса оҙата

Изге Рамаҙан айында ҡылған изгелектәрҙең күпләп артыуын беләбеҙ – Аллаға шөкөр, изгелектә ярышыуҙан төңөлмәй беҙҙең халыҡ.

“Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсында ҡатнашып, сара артынан сара үткәреп, эш өҫтөнә эш атҡарған байназарҙар ошо айҙа МХО-лағы яҡташ яугирҙәргә тағы бер мунса әҙерләгән. Егеттәрҙең эш барышы менән район ветерандар советы чатында район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев таныштыра барған. Мунса әҙер булып, район үҙәгенә килтерелгән.

Бөрйән районы халҡынан яугирҙәргә сираттағы ылау әҙер. Бөгөн район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев, уға ярҙам итергә килгән шәхси эшҡыуар Данил Кәримов, ДРСУ егеттәре Руслан Аллағолов, Фәнил Мырҙабаев, Илшат Шәмиғолов, Ғәзим Баязитов, Йәмил Капаров мунса менән ГАЗ-66 машинаһын йөк машинаһына тейәү менән мәшғүл.

"Ылау менән китәсәк башҡа әйберҙәр тейәлергә сират көтә. Сираттағы ылауҙы МХО-ға оҙатыуға һәр яҡлап ярҙам иткән, аҡсалата, кәрәк-яраҡ менән үҙ өлөшөн индергән һәр райондашҡа рәхмәт – изге Рамаҙан айында сауаптары насип булһын", - ти Олег Марс улы.

Ылау тәғәйен кешеләргә имен-аман, теүәл барып етеп, яҡташтарыбыҙҙың мәнфәғәтенә яҙһын!

Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән.

Байназарҙар алғы һыҙыҡҡа мунса оҙата
Байназарҙар алғы һыҙыҡҡа мунса оҙата
Байназарҙар алғы һыҙыҡҡа мунса оҙата
Автор:Карима Усманова
Читайте нас