Федоровка районының Өсбүләк ауылында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, “Татарин” позывнойлы яугир 2022 йылдың май айында контракт төҙөп, Ватан һағына баҫҡайны, тип яҙа “Ашкадарские зори”. Был ҡарарға ул һис икеләнеүһеҙ килә, тик әсәһен, туғанын борсомаҫҡа теләп, уларға өндәшеп тормай, махсус хәрби операцияға китә. Бары ғаиләһе генә был хаҡта хәбәрҙар була.
–Беҙҙе, ҡоралланған яугирҙәрҙе, шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр. Хеҙмәт урыны – Херсон йүнәлеше. Тәүҙә бик ауыр булды, ҡаты һуғыштар бара, баш осонан ракеталар оса, пулялар һыҙғыра. Дошмандар араһында яҡшы ҡоралланған поляктар күп ине. Шарттар бик насар булды, асыҡ күк көмбәҙе аҫтында йоҡланыҡ, медикаменттар, ярҙам етешмәне, – тип хәтерләй ул көндәрҙе яугир.
Уның профессияһы медицина менән бәйле булғас, тәүге көндәрҙән үк санитар-уҡсы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер аҙҙан батальонда фельдшер булып китә. Яраланғандарға тәүге медицина ярҙамын күрһәтә, госпиталдәргә оҙата. Үҙе ике тапҡыр яралана. Икенсеһе бик ауыр була, Севастополь хәрби госпиталендә генә аңына килә.
–Әсәйемдең доғалары ғына мине һаҡлап алып ҡалғандыр, моғайын. Үҙемдең нисек иҫән ҡалыуыма әле булһа ғәжәпләнәм. Ул саҡта мин бер ҡалаҡтан ашап йөрөгән, бер туғандай йәшәгән күп дуҫтарымды юғалттым. Беҙҙең десант-штурм бригадаһы батыр һуғышып, дошманды ҡасабанан ҡыҫырыҡлап сығарҙы.Ҡаты яраланыуым арҡаһында мине махсус хәрби операцияға башҡаса алманылар, әммә мин йәнем менән иптәштәрем янында, улар өсөн борсолам, шылтырашып торабыҙ. Уларҙың еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтасағына ышанам, сөнки улар – үҙ Ватандарының ысын геройҙары, – ти яугир.– Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡандан һуң тормошҡа мөнәсәбәт бөтөнләй үҙгәрҙе, тыныслыҡты нығыраҡ баһалайһың, һәр көнгә шатланып туя алмайһың. Мин хәҙер эшкә сыҡтым, Пермь суворовсылар хәрби училищеһында йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән шөғөлләнәм, –тине яҡташыбыҙ мессенджер аша аралашҡанда.
Ошондай яҙмыш һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмаған, тормошто тағы ла нығыраҡ яратҡан, илдең ышаныслы илһөйәре булған улдарға Ватаныбыҙ таяна ла инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Фото яугирҙең шәхси архивынан. https://ashzori.ru/news/novosti-rayona/2024-03-22/tatarin-nastoyaschiy-patriot-svoey-strany-3696458