Бөтә яңылыҡтар

Тағы бер яҡташыбыҙ ВСУ бронетехникаһын ҡулға төшөргән

Хәтерләһәгеҙ, сая яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов та ҡаршы яҡтан алып ҡайтҡан БТР-ҙа яралы өлкән офицерҙы яу яланынан алып сыҡҡайны...

Благовар районынан яҡташыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында сит илдә етештерелгән хәрби техниканы ҡулына төшөргән.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Марат Йосопов үҙенең телеграм-каналында хәбәр иткән. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялған ҡайтҡан хәрби менән осрашҡан.
«Яҡташыбыҙ немец үҙйөрөшлө машинаһын часҡа алып ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Ул трофей урынын ҡалдырып киткәс тә, ВСУ ошо биләмәне утҡа тотҡан», — тип яҙған Марат Йосопов.

Хәтерләһәгеҙ, сая яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов та ҡаршы яҡтан алып ҡайтҡан БТР-ҙа яралы өлкән офицерҙы яу яланынан алып сыҡҡайны...

Ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле шул башҡорт яугирҙәре!

Фото: "Башинформ".

Тағы бер яҡташыбыҙ ВСУ бронетехникаһын ҡулға төшөргән
Тағы бер яҡташыбыҙ ВСУ бронетехникаһын ҡулға төшөргән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: