Улдарын махсус хәрби операциянан көткән әсәйҙәр сабырлыҡ, түҙемлек өлгөһө. Иртән дә, кисен дә уларҙың күңелендә бер теләк йәшәй балаларының иҫән йөрөүҙәре.
Көйөргәҙе районының Абдул ауылында ике улы контракт буйынса махсус -хәрби операцияла хеҙмәт иткән әсәй Рәйфә Яҡупова менән осраштыҡ. Тормош иптәше, былтыр мәрхүм булған Наил ағай менән өс бала үҫтергәндәр: ике ул һәм бер ҡыҙ. “Большой” һәм Купол” позывнойлы ике улдары бөгөн ил алдындағы яуаплы бурысты үтәй. Был нәҫелдә хәрби бурысты башҡарыуға ҡараш элек-электән етди. Яугирҙәрҙең атайҙары ла заманында Германияла үҙенең һалдат бурысын үтәгән, олатайҙары ла офицер булған.
-Ирем улдарыбыҙҙы ысын патриот итеп үҫтерҙе. Үҙе лә өлгө була белде, – тип һөйләне Рәйфә апай.
Иң элек өлкән улдары 17 генә йәшлек сағында Ырымбурға Зенит училищеһына уҡырға китә. Һуңынан Смоленскийға Советтар Союзы маршалы А.М. Васильевский исемендәге хәрби академияға күсеп, уны тамамлап ҡуя. Һуңынан йүнәлтмә менән Приморье крайы Уссурийск ҡалаһына хәрби хеҙмәткә юллана.
Ҡустыһы ла ағаһына ҡарап хәрби юлды һайлай. Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлағас, Еланьда армияла була, атаһының әйткән һүҙе лә хәрби юлдан китеүгә йүнәлеш бирә.
-Һалдат бурысыңды намыҫ менән үтәнең. Юлың ағайың менән. Һинән офицер сығасаҡ! – ти ул улына ҙур өмөт бағлап.
Шулай итеп кесе улдары ла Смоленск хәрби академияһын тамамлай.
Махсус хәрби операция башланғас, икәүһе лә бер-бер артлы унда юллана. Уларҙы бөгөн тылда ҡатындары, балалары көтә.
Рәйфә апай улдары тураһында һөйләгәндә йөҙө нурланып китә, күңеленән ғорурлыҡ тойғолары урғыла.
-Улдарым эшләп үҫте. Көтөүен дә көттөләр, атта ла йөрөнөләр, спорт менән дә шөғөлләнделәр. Әле ялға ҡайтҡанда ла улар саңғыла йөрөп әйләнә. Атайҙары вафат булғанда эргәһендә инеләр. Балаларынан бик риза булып китте. “Ил һаҡсыһы тигән һөнәр бар. Илебеҙҙе яҡларҙай улдар үҫтерҙем. Бик тә ғорурланам. Беҙ еңербеҙ, ләкин мин генә күрә алмам, тине яҡты донъя менән хушлашыр алдынан. – тип һөйләне әңгәмәсем.
Ғорурланыҡ та шул! Ике улы ла хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәндәре өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Бынан тыш өлкәне махсус-хәрби операциялағы батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған.
Яҡындары әленән - әле ошо наградаларҙы алып ҡарап һөйөнә.
-Ике метрлыҡ, бәһлеүән бөркөттәрем бар. Иң ҙур теләгем – ил алдындағы бурыстарын тоғро үтәп, иҫән-һау ғаиләләренә ҡайтып, балаларын үҫтерерһендәр, илдә тыныслыҡ урынлашһын, – тине Рәйфә Марат ҡыҙы стенала эленеп торған улдарының фоторәсеменә йылы ҡараш ташлап.
Беҙ барғанда Рәйфә апай эргәһендә ҡыҙы Зарина, кейәүе Илдар һәм бәләкәс ейәнсәре лә бар ине.
Зарина ла ағайҙарында бала саҡтан терәк-таяныс тойоп үҫеүен белдерҙе.
–Ысынлап та, улар бәләкәйҙән минең һаҡлаусыларым. Һәр ваҡыт уларҙың иғтибар үҙәгендә булдым. Ҡарап ҡына үҫтерҙеләр, күтәреп кенә йөрөттөләр, бүләкте лә йәлләмәйҙәр, – ти Зарина.
Ил ғорурлығы булған яугирҙәрҙең ата-әсәһе ябай ғына һөнәр кешеләре. Рәйфә апай 37 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт итә, бөгөн дә был эшенән айырылмай, ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй. Наил ағай иһә 42 йыл механизатор булып эшләгән. Маҡтау ҡағыҙҙары, “Хеҙмәт ветераны” тигән исем – уларҙың тырыш хеҙмәтенә юғары баһа. Наил ағайҙың был донъянан бик иртә китеүе генә үкенесле.
Шулай ҙа Рәйфә Марат ҡыҙы иғтибарҙан өҙөлгәне юҡ. Кәрәк саҡта утыны менән дә ярҙам итәләр, бер үтенесте лә кире ҡаҡмайҙар Лайыҡлы улдар үҫтергән өсөн район хакимиәтенен рәхмәт хаты менән бүләкләп тә әсәнең күңелен күргәндәр.
Рәйфә апай бөгөн намаҙҙа, ураҙа тота, доғалар уҡып ғәзиз улдарының яуҙан иҫән-имен ҡайтыуын теләй. Әсәйҙәрҙең балаларына ҡылған доғалары ҡабул була күрһен.
Автор фотоһы .