Геройҙар дәүере
30 Март 2024, 07:00

Һалдаттар рәхмәт әйтергә килде

Ул, әйтерһең дә, әкиәттән килеп сыҡҡан баһадир...

Һалдаттар рәхмәт әйтергә килдеҺалдаттар рәхмәт әйтергә килде
Һалдаттар рәхмәт әйтергә килде

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Блокнот”, “Топаз” һәм “Кос” позывнойлы яугирҙәр Салауат ҡалаһындағы “Күңелебеҙ менән йәш” ирекмәндәр үҙәгенә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт әйтергә килгән, тип яҙа "Выбор" гәзите.

–Улар ысын һуғышсылар! Баһадир кеүектәр, ҡырыҫтар, шымыҡайҙар! Тәүге минуттарҙа ғына шулай тойолдо, аҙаҡ ирекмәндәр уларҙың күңелен яҙҙы, йөрәктәрен йылытты, – ти “көмөш ирекмәндәр” кураторы Ильвира Анпилогова.

– “Блокнот” – офицер. Бик етди, тыныс. Һәр саҡ блокнот менән йөрөй, маскировка селтәрҙәре тураһында һөйләштек, – ти ирекмәндәр.

– “Топаз” – хәрби тәжрибәгә эйә яугир. Уның менән фронтҡа бөтә дуҫтары һәм хатта туғандары эйәргән. Ул, әйтерһең дә, әкиәттән килеп сыҡҡан баһадир. Йомарт, изге күңелле. Барыбыҙға ла оҡшаны,– тип маҡтай үҙен өлкәндәр.

– “Кос” йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, подразделениеға етәкселек итә. Аныҡ мәсьәләләр ҡуя. Беҙҙеңсә, ул компромистарға бармай торған кеше. Әммә ололар менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Беҙ әҙерләгән маскировка селтәрҙәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты ирекмәндәр.

Бына шулай яугирҙәрҙең һәр береһе үҙенә генә хас холоҡло. Уларҙы бер генә мөһим маҡсат берләштерә – Еңеү. Бары ошоға бөтәбеҙҙең дә киләсәгебеҙ бәйле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2024-03-22/russki..

Һалдаттар рәхмәт әйтергә килде
Һалдаттар рәхмәт әйтергә килде
Һалдаттар рәхмәт әйтергә килде
Һалдаттар рәхмәт әйтергә килде
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас