Геройҙар дәүере
30 Март 2024, 06:45

Диспансерлаштырыу һәр шаршамбыла үтә

Тәүге сиратта махсус хәрби операция ветерандарын диспансерлаштырыу кәрәк.

Диспансерлаштырыу һәр шаршамбыла үтәДиспансерлаштырыу һәр шаршамбыла үтә
Диспансерлаштырыу һәр шаршамбыла үтә

29 мартта Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы булды. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын диспансерлаштырыу мәсьәләләре, уның үтеү алгоритмы һәм маршрутлаштырыу ҡаралды. Шулай уҡ ултырышта ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ветерандар ойошмаларының эшмәкәрлеген тикшерҙе.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова, ултырышты асып, ветерандарҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы сифатлы һәм һөҙөмтәле диспансерлаштырыуҙы ойоштороу кәрәклеге хаҡында әйтте.

– Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың күрһәтмәһенә ярашлы, пациенттарҙы бушлай йөрөтөүҙе тәьмин итеп, иң яҡшы поликлиникаларҙа уңайлы шарттарҙа һәм бер көн эсендә диспансерлаштырыуҙы ойошторорға кәрәк. Бөтә кәрәкле белгестәр менән тәьмин ителгән поликлиникалар базаһында, тәүге сиратта махсус хәрби операция ветерандарын диспансерлаштырыу үткәрелергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лира Иғтисамова.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һәр шаршамбы махсус хәрби операция ветерендарын һәм уларҙың ғаиләләре ағзаларын, профилактик тикшереүҙе, тәрәнәйтелгән диспансерлаштырыуҙы үткәреү көнө итеп раҫланған. 2022 йылдың 24 февраленән алып бөтәһе ете меңдән ашыу ғаилә ағзаһы һәм 1200-ҙән ашыу яугир профилактик медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыу үткән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ветерандар ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында “Башҡортостандың диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов хәбәр итте. Ветерандар ойошмаларының эшендә патриотик йүнәлешкә, гуманитар ярҙам ойоштороуға, урындарға оҙатыуға, шул иҫәптән ветерандарҙың үҙҙәре менән бәйләнеш эшенә ҙур иғтибар бүленә.

Вице-премьер республиканың ветерандар ойошмаларының алып барылған эшен юғары баһаланы, уларҙың яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23436/

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас