Дыуандар – тыуған ерҙәренең ысын илһөйәрҙәре, Ватан һағына атайҙар менән бергә улдары, ейәндәре аяҡ баҫа. Ҡайһы саҡта туғандар бер подразделениела хеҙмәт итә, ҡайһы саҡта – айырым, ә бергә осрашҡан мәлдәр барыһы өсөн дә оло шатлыҡ.
Яңыраҡ махсус хәрби операция зонаһында Ҡаракүл ауылынан аталы-уллы ике яугир осрашты, тип хәбәр итә “Дуванский вестник”. “Сокол” позывнойлы яугир хәрби хеҙмәткә 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға ярашлы алына. Атаһы, “Уфа” позывнойлы һалдат Ватанды һаҡларға март башында юллана.
–Ҡайным улының һуғышта булғанын белеп, уның өсөн борсолоп, тыныс йоҡлай алмай башланы. Контракт төҙөп, улы эргәһендә хеҙмәт итеү уйы менән янды. Үткән аҙнала атай менән ул осрашты, беҙ икеһе менән дә ғорурланабыҙ, улар беҙҙең өсөн – герой! Уларҙың еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!– тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты “Сокол”дың ҡатыны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.