Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Апрель , 23:15

Фотоларҙа күпте күргән, күпте кисергән Донбасс сағыла

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәрби хәбәрсе Владимир Аносовтың күргәҙмәһе асылды. 

Фотоларҙа күпте күргән, күпте кисергән Донбасс сағыла
Фотоларҙа күпте күргән, күпте кисергән Донбасс сағыла

Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы алдынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Российская газета”ның хәрби хәбәрсеһе Владимир Аносовтың “Донбасс – 2023” тип аталған күргәҙмәһе асылды. Был проект Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми баҫмаһы булған “Российская газета”ның Өфө филиалы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан тормошҡа ашырыла.

Күргәҙмәлә барлығы 35 фотоһүрәт урын алған. Уларҙың һәр береһе – айырым тарих, айырым яҙмыш. Был – Аносовтың МХО темаһына арнап ошо вузда ойошторған икенсе күргәҙмәһе.

Владимир Аносов – кадровый хәрби, запастағы майор. Авиацияла хеҙмәт иткән, Чечнялағы хәрби конфликттарҙа ҡатнашҡан. РФ Ҡораллы Көстәре сафынан киткәс, журналистикаға килә, 16 йыл инде “Российская газета”ның Кубандәге филиалында эшләй. Әлеге ваҡытта ул алғы һыҙыҡта командировкала.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар, МХО ветерандары, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты.

- Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар. Владимир Аносов, ҡайҙа ғына эшләһә лә, Тыуған иленең һаҡсыһы булып ҡала. Кадровый офицер бөгөн беҙ азат ителгән биләмәләрҙә ниндәй хәлдәр булыуын белһен өсөн бик күп эшләй. Иң мөһиме – кешеләрҙең Тыуған ил һаҡсыларына ҡарата ышанысы. Бындағы фотоһүрәттәрҙең һәр береһе – тотош китапҡа сюжет булырлыҡ, - тине күргәҙмәне асыу тантанаһында БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы Алексей Дербеко  күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне.  

- Беҙ ябай булмаған геосәйәси саҡырыуҙар осоронда йәшәйбеҙ. Иң мөһиме – беҙҙе уртаҡ маҡсат берләштерә. Алғы һыҙыҡтағы хәрби хәбәрселәр – бик ҡыйыу кешеләр. Улар тарихты яҙа, беҙгә дөрөҫлөктө күрһәтә, - тип билдәләне Алексей Дербеко.

“Российская газета”ның Өфө филиалы директоры Альфред Әғлетдинов Владимир Аносовтың сәләмен тапшырҙы. “Күргәҙмәгә килеүегеҙ өсөн рәхмәт! Миңә күпте күргән, күпте кисергән Донбасс ерендә бихисап тапҡырҙар булырға һәм барлыҡ ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе нисек бар, шулай камераға төшөрөргә тура килде. Хәрби фоторепортаждың төп үҙенсәлеге – тамашасыға хис-тойғоларҙы еткереү”, - тигән үҙ сәләмендә Владимир Аносов.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы күргәҙмә 2024 йылдың 9 майына тиклем эшләйәсәк.

Сығанаҡ һәм фотолар: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: