Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Апрель , 20:50

“Ҡыҙҙың хатын доға кеүек ятлайым”

Көсөм артып китһен өсөн мин уны ҡат-ҡат уҡыйым. Күҙҙәрҙән йәштәрҙе сығара был ысын күңелдән яҙылған хаттар, ти "Бабай". 

“Ҡыҙҙың хатын  доға кеүек ятлайым”
“Ҡыҙҙың хатын доға кеүек ятлайым”

– Мин Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт иттем, аҙаҡ эске ғәскәрҙәрҙә, 100-сө оператив тәғәйенләнештәге дивизияла, - тип һөйләй “Бабай” позывнойлы яугир үҙе тураһында. – 46-сы бригада составында өлкән механик, БТР водителе булдым. Чечен Республикаһына, Таулы Карабах һәм Төньяҡ Осетияға командировкаға ла ебәрҙеләр. Ә махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация мәлендә 2022 йылдың 25 октябрендә алындым.

Тыныс тауышлы, асыҡ йөҙлө яугир шунда уҡ үҙенә ышаныс һәм хөрмәт уята. Беҙ уның менән Мәңгелек ут янында, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, студенттар менән осрашыуҙа таныштыҡ, тип яҙа “Выбор” гәзите хәбәрселәре.

Әле “Бабай” яраланғандан һуң ял итә. Май айында дауаханаға ятырға тейеш, яугир алғы һыҙыҡҡа әйләнеп ҡайтыу өсөн табиптар барыһын да эшләр тип ышана. Ул һаман да иптәштәре янына ашҡына. Ҡоралдаштарҙың дуҫлығы бик ныҡ. Улар бер-береһенә ғүмерҙәрен ышанып тапшыра ала.

– Мин һәр ваҡыт үҙем менән бер ҡыҙ баланың хатын һаҡлап йөрөтәм. Аделина исемле, Татарстандан. Һәр һүҙе күңелгә үтеп ингән был хат минең өсөн доға кеүек. Көсөм артып китһен өсөн мин уны ҡат-ҡат уҡыйым. Гуманитар ярҙам килеү менән тәүҙә беҙ хаттар уҡырға тотонабыҙ. Яңылыш береһе юғалып ҡуймаһын, төшөп ҡалмаһын тип борсолабыҙ. Күҙҙәрҙән йәштәрҙе сығара был ысын күңелдән яҙылған хаттар. Улар һәр һалдат өсөн бик мөһим, - тине хушлашҡанда “Бабай”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Ольга Исакова фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: