Геройҙар дәүере
7 Апрель 2024, 10:00

Яугирҙең бәпәйе тыуҙы!

Улар Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгәндә бер-береһенә ғашиҡ була.

Яугирҙең бәпәйе тыуҙы!Яугирҙең бәпәйе тыуҙы!
Яугирҙең бәпәйе тыуҙы!

Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә, Сибай концерт-театр берекмәһенән бер төркөм артистар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Улар араһында сәхнә монтажсыһы Фидан Бирғәлин дә бар.

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең йәш ғаиләләренең береһе - Нурия һәм Фидан Бирғәлиндәрҙең ҡыҙҙары тыуҙы! Йәш әсә балет артисы булһа, ғаилә башлығы әлеге көндә алғы һыҙыҡта.

Донъяларына йәм биреп тыуған мөхәббәт емештәре – ҡыҙҙары ай үҫәһен көн үҫеп, үҙҙәренә иш булып ҙурайып китһен! Әсәһе менән атаһы имен-һау, бәхетле булһын! Тиҙерәк донъяла тыныслыҡ урынлашып, барлыҡ ир-егеттәребеҙ ғаиләләренә иҫән-һау, имен, теүәл әйләнеп ҡайтһын!

Фото: Сибай концерт-театр берекмәһе төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас