Геройҙар дәүере
8 Апрель 2024, 09:00

Өс туған иңгә-иң терәп ил һаҡлай.

Әлшәй егете атаһы менән олатаһы артынан МХО-ға киткән.

Өс туған иңгә-иң терәп ил һаҡлай.Өс туған иңгә-иң терәп ил һаҡлай.
Өс туған иңгә-иң терәп ил һаҡлай.

Әлшәй районының Дим ауылынан 21 йәшлек егет махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итергә ҡарар иткән. Йәш егеткә атаһының һәм олатаһының ҡаһарманлығы өлгө булған, уның позывнойы – «Памир». Хәҙер өс туған иңгә-иң терәп ил һаҡлай.

«Фашизмды юҡ итергә кәрәк. Тап ошо теләк беҙҙе алға әйҙәй. Еңеп ҡайтырбыҙ», — ти «Памир».

"Памир"ҙың был ҡыйыу аҙымын тик хупларға ғына ҡала. Өс туғандың тиҙерәк яҡындары янына иҫән-һау оло еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас