Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Апрель , 20:10

Ресторанды яу яланына алмаштырған

Ватанды һаҡларға ваҡыт еткәс, кәстрүл-тәрилкәләрҙе ситкә ҡуйып тороп, ҡулға автомат һәм зенит ҡорамалын алырға мәжбүр булған Стәрлетамаҡ егете.

Ресторанды яу яланына алмаштырған
Ресторанды яу яланына алмаштырған

Был яугирҙең позывнойы –“Батыр”, исеме лә “еңеүсе” тигәнде аңлата. “Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән егет менән Чечен республикаһында “Набат” ҡораллы хәрәкәтендә ҡатнашыусылар союзында осраштыҡ”, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрселәре.

Ул тыныс тормош профессияһын үҙ иткән – ашнаҡсы. Мобилизацияға тиклем ҡаланың иң яҡшы ресторандарында эшләргә тура килгән. Ватанды һаҡларға ваҡыт еткәс, кәстрүл-тәрилкәләрҙе ситкә ҡуйып тороп, ҡулға автомат һәм зенит ҡорамалын алырға мәжбүр булған. Тәүҙә егет пехотала хеҙмәт итә. Хәҙер ул  – С-60 зенит пушкаһы расчеты командиры. Яу яланында йыл ярым инде. Ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырға өлгөргән.

–Алғы һыҙыҡҡа яҡын хеҙмәт итәбеҙ.Тактика ябай – оперативлыҡ. Машинала 150 снаряд. Ут асыу өсөн күп тигәндә бер минут ваҡыт талап ителә, утыҙ секунд – тиҙ генә әҙерләнеп урындан китеү өсөн. Өлгөрмәһәң, ут аҫтында ҡаласаҡһың. Беҙҙең полкта ун Стәрлетамаҡ егете хеҙмәт итә, ә республиканан – алтмышҡа яҡын. Яугирҙәрҙе тәьмин итеү яҡшы ойошторолған. Хаттар алыуға бик шатбыҙ, улар беҙҙең күңелдәрҙе йылыта,– ти “Батыр”.

“Батыр” был юлы ҡоралдашы менән посылкаларҙы алғы һыҙыҡҡа алып китәсәк һәм, әлбиттә, балалар яҙған бер ҡосаҡ хат улар менән бергә юлға сығасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

 

Фото: https://srgazeta.ru/articles/aktualno/2024-04-10/pobeditel-s-pozyvnym-batyr-3722221

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: