Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Апрель , 09:00

Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!

Был юлы йөк яугирҙәр теләгенә ярашлы, улар һораған әйберҙәр  менән тупланған...

Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!

Ҡариҙел районының йәмәғәтселәре, Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ағзалары яугирҙәргә гуманитар ярҙамды тейәп, баш ҡалалағы туплау пунктына  оҙатты. Махсус хәрби операция башланыу менән район халҡы тәүгеләрҙән булып һалдаттарға ярҙам ойоштора башланы. Был юлы йөк яугирҙәр теләгенә ярашлы, улар һораған әйберҙәр  менән тупланды, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.

 Акцияла ҡатнашҡан һәр кем батыр ир-егеттәргә ауыр һынауҙарҙы еңелерәк үткәреү өсөн күңел йылыһын бирергә, үҙҙәренең ярҙамға әҙер тороуын белдерергә тырыша. “Беҙ һалдаттарыбыҙ яу яланында булғанда, һис тә ситтә тороп ҡала алмайбыҙ, - ти ҡариҙелдәр.–Ватан һаҡсыларына беҙҙең иғтибарыбыҙ, терәк була белеүебеҙ бик кәрәк”.

–Туғандар ғына түгел, бөтә Ҡариҙел халҡы яугирҙәрҙе еңеү менән көтә.Иҫән-һау ҡайтһындар, тип теләйбеҙ!– ти “Надежда” үҫмерҙәр клубы директоры Юлия Абдрахманова. – Хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт!

Станислав Татаринов фотолары. https://karaidel.site/news/novosti/2024-04-05/zhiteli-karaidelskogo-rayona-otpravyat-v-zonu-svo-ocherednuyu-partiyu-gumpomoschi-3715421?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=72396135

Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Бүләктәребеҙ күңелегеҙҙе йылытһын!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: