Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Апрель , 20:10

Бер туған ағалы-ҡустылы - алғы һыҙыҡта

Ирем үлгәндән һуң мин улдарымдың алтын ҡулдарына һәм оҫталығына таянып йәшәй инем. Ир-ат эштәренән тыш, тәмле итеп икмәк тә бешерә белә улар, ти әсәләре.

Бер туған ағалы-ҡустылы - алғы һыҙыҡта
Бер туған ағалы-ҡустылы - алғы һыҙыҡта

Көйөргәҙе районынан бер туған ағалы-ҡустылы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. «Көйөргәҙе» район гәзите хәбәр итеүенсә, «Шайтан» позывнойлы яугир Авдеевка йүнәлешендәге штурм подразделениеһында һуғыша, ә кесеһе, «Рафа», Кременчугта дошман миналарын зарарһыҙландыра.

Яугирҙәрҙе өйҙә ғаиләләре көтә: «Шайтан»дың студент улы һәм етенсе класта уҡыған ҡыҙы, «Рафа»ның үҫеп еткән улдары һәм фармацевҡа уҡып йөрөгән ҡыҙы бар.

«Ирем үлгәндән һуң мин улдарымдың алтын ҡулдарына һәм оҫталығына таянып йәшәй инем. Улар бала саҡтан спорт һәм техника менән мауыға. Мәктәптә көрәш менән шөғөлләнделәр, йыл да һабантуйҙа сығыш яһап, бүләкһеҙ ҡайтмайҙар ине. Ә техниканы нисек ярата улар! Был уларға атаһынан күскән. Өлкән улым алты йәшендә, атаһының алдына ултырып, машина йөрөтөргә өйрәнде. Аҙаҡ улдарым тракторҙа, йөк машинаһында, экскаваторҙа йөрөнө. Тәмле итеп икмәк тә бешерә белә улар. Бер ҡасан да эштән ҡайтҡанымды көтөп ултырманылар, өй эштәрен үҙҙәре башҡарып ҡуя торған инеләр!» — ти яугирҙәрҙең әсәһе Сәриә Сәмәрҙән ҡыҙы.

Яугирҙәрҙең тиҙерәк яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Көйөргәҙе" район гәзитенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: