Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Апрель , 11:00

“Егеттәребеҙҙе һөйөндөргөбөҙ килә...”

Аш-һыу оҫталары 180 банка быҡтырылған ит әҙерләп, яҡташтарын һөйөндөрмәксе булды.

“Егеттәребеҙҙе һөйөндөргөбөҙ килә...”
“Егеттәребеҙҙе һөйөндөргөбөҙ килә...”

Бүздәк районының Уртакүл ауыл биләмәһендә йәшәгән иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ауыл советы рәйесе Айгөл  Заһит ҡыҙы етәкселегендә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне. Аш-һыу оҫталары  180 банка быҡтырылған ит әҙерләп, яҡташтарын һөйөндөрмәксе булды.

–Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айҙар Хәниф улы Хәсәнов беҙгә күстәнәс әҙерләү өсөн тәмле ит бирҙе, уға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Саян Ибраһимов, Ирек Мөхәмәтшин, Рәүеф Насибуллин, Раил Ғәйнуллин итте ҡырҡып бүлергә ярҙам итте, уларға рәхмәтлебеҙ, – ти ҡатын-ҡыҙҙар. –Беҙ яугирҙәребеҙҙең асыҡмауын беләбеҙ, әммә тәмле өй ашы менән һыйлағыбыҙ килә үҙҙәрен. Улар, моғайын, әсәләре әҙерләгән аш-һыуҙы һағына торғандыр...Беҙ егеттәрҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын  көтәбеҙ, – ти Бүздәк районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лариса Ситдиҡова.

 Фото: https://buzdyaknews.ru/

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: