Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Апрель , 17:00

“Нива” яҡташтарға күстәнәс илтәсәк

Яҡташтар  “Нива”ға маскировкалау селтәрҙәре, быҡтырылған ит, яугирҙәр өсөн йылы кейемдәр тейәгән...

“Нива” яҡташтарға күстәнәс илтәсәк
“Нива” яҡташтарға күстәнәс илтәсәк

Асҡын егеттәре Эдуард Тимерғәлин һәм Илдус Хафизов “Нива “ машинаһын гуманитар йөк менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыу өсөн  республика координацион үҙәккә илтеп ҡайтты, тип яҙа “Аскиньская новь”. Автомобиль республика гуманитар ылау составында махсус хәрби операция зонаһына йүнәләсәк.

Машинаны Эдуард Тимерғәлин үҙ көсө менән ремонтлаған.Район халҡы йыйған аҡсаға запас частәр һатып  алынған.  Мәсеткә йөрөүселәр ҙә дөйөм эштән ситтә ҡалмаған. Улар “Нива”ға маскировкалау селтәрҙәре, быҡтырылған ит, яугирҙәр өсөн йылы кейемдәр тейәгән. Шулай уҡ һалдаттар үтенесе буйынса машиналар өсөн запас частәр һатып алып һалғандар. Һәр кем әһәмиәтле эшкә үҙ өлөшөн индерә ала.Посылкаларҙы район хакимиәте бинаһына килтерергә мөмкин, тип хәбәр итә “Аскиньская новь”.

Фото: https://askino.info/articles/svo/2024-04-02/podderzhka-nashih-boytsov-3710848?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=165079300

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: