Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Апрель , 07:00

Сауыҙбаштар сәк-сәк бешергән, туҡмас киҫкән

Краснокама районының Сауыҙбаш ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам күрһәтеү эшендә әүҙем ҡатнаша. 

Сауыҙбаштар сәк-сәк бешергән, туҡмас киҫкән
Сауыҙбаштар сәк-сәк бешергән, туҡмас киҫкән

Күптән түгел ауыл мәҙәниәт йорто менән модель китапхана хеҙмәткәрҙәре яугирҙәргә сәк-сәк бешереү һәм туҡмас киҫеү эшен ойошторған. Сауыҙбаштың гүзәл ханымдары – Гөлсирен Дербенева, Римма Маликова, Татьяна Закирова, Рифҡәт Миңлекәев, Ансариә Гәрәева, Ләйсән Зарипова, Мәрүә Вәлиева, Гөлдәридә Ғәзизова кәрәкле аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән. Күстәнәстәрҙе әҙерләшеүҙә Әлфинә Хузина, Миләүшә Исламова, Мәрүә Вәлиева, Елена Рәхимова, Татьяна Зәкирова, Фәғиә Ғилмуллина, Фәрәғиә Ғәзизова әүҙем ҡатнашҡан. Ҡайһы бер ғаиләләр сәк-сәк менән туҡмасты өйҙә әҙерләп алып килгән. Мәҫәлән, Фәнисә Шәмсетдинова, Зоя Ғиниәтова изге эшкә балалары менән ҡушылған. Фәнзилә Ғиздуллина, Рәмилә Сәмиғуллина, Миләүшә Исламова яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр туплауҙа ярҙам иткән.

Егәрле ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул йылыһы, йөрәк наҙы ҡушып әҙерләнгән күстәнәстәр яугирҙәргә тыуған яҡ сәләме булып барып етһен, уларҙың барыһына ла яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Фото: Краснокама районы хакимиәтенән.

Сауыҙбаштар сәк-сәк бешергән, туҡмас киҫкән
Сауыҙбаштар сәк-сәк бешергән, туҡмас киҫкән
Сауыҙбаштар сәк-сәк бешергән, туҡмас киҫкән
Сауыҙбаштар сәк-сәк бешергән, туҡмас киҫкән
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: