Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Апрель , 09:00

Радик Динәхмәтов бында ниндәй бурыс үтәй?

Йырсы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткәйне.

Радик Динәхмәтов бында ниндәй бурыс үтәй?
Радик Динәхмәтов бында ниндәй бурыс үтәй?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Радик Динәхмәтов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Көҙ көнө ялға ҡайтҡанда, йырсыға “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә бирелде.

Әле йырсы МХО-ла, яралыларға ярҙам итә.

"Алғы һыҙыҡта эшләйем, унан яралыларҙы сығарам, тип күкрәк һуғып әйтә алмайым. “Ашығыс ярҙам” машинаһы менән уларҙы алғы һыҙыҡтан иң яҡын госпиталгә алып киләләр, шунда уҡ ярҙам күрһәтәләр. Ҡайһы бер осраҡта башҡа госпиталдәргә лә ебәрәләр.

Минең бурысым бик ябай - уларҙы башҡа госпиталдәргә алып барыу. Яраланған егеттәрҙе генә түгел, башҡа сирҙәрҙән интеккән хәрбиҙәрҙе лә шулай төрлө госпиталдәргә йөрөтәбеҙ. Кемдең теше һыҙлай, кемдә - пневмония, кемдә - ашҡаҙан сире...

Бер ерҙә өлкән йәштәгеләр бик күп. Күптән түгел 57 йәшлек бер хеҙмәттәшебеҙҙе госпиталдән барып алдым. Яраланып, дауаланып сыҡты. Ул – штурмлаусы. “Һин бит закон буйынса, рапорт яҙып, ҡайтып китә алаһың инде”, - тим. “Эйе, мин теләһәм, иртәгә үк ҡайтып китә алауымды беләм, ләкин үҙемдекеләрҙе ташламайым”, -ти”, - ти Радик Динәхмәтов.

Барығыҙ ҙа тиҙерәк Еңеү менән иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтығыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: