Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
16 Апрель , 11:00

Кесе сержант өйләнде!

Райондан хәбәр итеүҙәренсә, ул йәнә...

Кесе сержант өйләнде!
Кесе сержант өйләнде!

Әбйәлил районына махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир өйләнгән.

Хәмит ауылында тыуып үҫкән Х. һәм Ҡырҙас ауылы һылыуы Лилиә ҡауышҡан. Егет һөнәре буйынса сәнәғәт альпинисы. Бәләкәй сағынан сос, шуҡ, һәр кем менән уртаҡ телде тиҙ таба, аралашыусан. Уны дуҫтары ла, туғандары ла ярата, ихтирам итә. Егет 2022 йылдың сентябрь айында өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға алынған. 

Өйләнгәндән һуң кесе сержант йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланды.

Йәштәргә мөхәббәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Һуғыш тиҙерәк бөтөп, ир-егеттәребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Сығанаҡ: Әбйәлил районының "Осҡон" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: